Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Май 2022, 16:45

Беҙ һинең вариҫтарың, Мәсетле ере

Район Мәҙәниәт һарайы сәхнәһендә хәйриә концерты уҙҙы, унда “Миләш” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм лицейҙың 3 “а” класс уҡыусылары ҡатнашты.

Беҙ һинең вариҫтарың, Мәсетле ере
Беҙ һинең вариҫтарың, Мәсетле ере

Был концерт Мәсетле районына бағышланды, ул Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы сиктәрендә “Миләш” балалар баҡсаһының музыка етәксеһе Альбина Закирова әҙерләгән “Беҙ һинең вариҫтарың, Мәсетле ере” тип аталған ижади проекттың тамамланыу өлөшө булды.
Проекттың маҡсаты – үҫеп килгән йәш быуында әхлаҡи-патриотик тойғо тәрбиәләү.
Концертты район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альберт Сәғҙәтов асты.
Бәләкәй артистар райондағы иҫтәлекле урындарға, билдәле шәхестәргә, йола һәм ғәҙәттәргә арналған 16 сағыу һәм матур концерт номеры ҡуйҙы. Сәғәт ярым барған тамашала балалар ысын күңелдән йырланы, бейене, шиғыр һөйләне. Һәр бала сәхнәлә сығыш яһағанда үҙ һәләтен күрһәтте. “Миләш” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре лә был эште атҡарып сығарырға ярҙам итте: ҡумыҙҙа уйнаны, йырҙар башҡарҙы. Осрашыу кисәһе йылы мөхиттә уҙҙы.
“Миләш” балалар баҡсаһы мөдире Гөлнара Яубашированың һәм Оло Ыҡтамаҡ лицейы директоры Надежда Бабушкинаның фекеренсә, бындай мөһим һәм әһәмиәтле концерттарҙы йышыраҡ үткәрергә кәрәк. Үҫеп килгән быуын район тарихын белергә тейеш.

Наталья РУСИНОВА.

Автор:Лариса Михалькова