Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Апрель 2022, 15:00

Һай, ҡурсағы ла ҡурсағы!

Тегенселәр араһында район конкурсы уҙҙы Оло Ыҡтамаҡ ауылы район Мәҙәниәт һарайында “Милли кейемдәге ҡурсаҡ” район конкурсына йомғаҡ яһалды. Ул Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы һәм Башҡортостан халыҡтарының Милли кейем көнөнә арналды. Уны үткәреү тәҡдиме менән Мәсетле районы ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Нәзирә Әхкәмова сығыш яһаны.

Һай, ҡурсағы ла ҡурсағы!
Һай, ҡурсағы ла ҡурсағы!

– Был конкурста ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итә башлағанда беҙ уның шундай ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырасағын күҙ алдына ла килтерә алманыҡ, – ти ул. – Район халҡынан тыш, Ҡыйғы районынан, Өфө ҡалаһынан бөтәһе 120-нән ашыу ғариза килде. Оҫталарҙың да, ижади коллективтарҙың да үҙ эштәрен тәҡдим итеүе ҡыуаныслы. Шулай уҡ ҡатнашыусылар араһында балаларҙың күп булыуын билдәләп үтке килә. Был үҫеп килеүсе быуындың милли кейем менән ҡыҙыҡһыныуы хаҡында һөйләй, тимәк, үҙ халҡының тарихы менән дә ҡыҙыҡһына.
Бөтә костюмдар ҙа ҡулдан эшләнгән, төрлө материалдар-ҙан тегелгән: ебәк, капрон, йөн, атлас, гипюр, кизе-мамыҡ туҡыма, ҡайһы бер ҡурсаҡтар ҡағыҙҙан, балсыҡтан, кейеҙҙән һәм башҡа материалдарҙан эшләнгән.
Нәзирә Әхкәмова, ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары Гөлнара Бикташева һәм Гөлназ Ҡадирова, Мәсетле районы рустары соборы рәйесе Лариса Худякова һәм эшҡыуар, тегеү эше белгесе Ольга Лукьянова эштәрҙең дөрөҫлөгөн, оҫталығын, темаға тап килеүен, матурлығын һәм ижади ҡарашты баһаланы.
Башҡорт милли кейемдәрен тегеүселәр араһында “Йола” номинацияһында беренсе урынды Эльвира Ғәйфуллина яуланы, икенсе урынды – Рәмзиә Ғәлимова һәм “Аҡбуҙат” балалар баҡсаһы коллективы (Һабанаҡ ауылы), өсөнсө урынды – Азалия Ниязова һәм Илгизә Шәридғәлиева (һүрәттә).
Татар милли кейемдәре тегеүселәр араһында беренсе урында – Альмира Мәүликәева, икенсе урында – Миләүшә Хафизова, өсөнсө урында – Альбина Бәйтуллина.
Рус милли кейемдәре буйынса беренсе урында – Ая Кашина, икенсе урында – Елена Никитина, өсөнсө урынды Людмила Глухова алды.
Стилле костюмдар араһында Гөлназ Хаматуллинаның эше юғары баһаланды.
Балалар эшләгән костюмдар араһында беренсе урынға Зарина Ғәзиеваның эше лайыҡ булды, икенсе урында – Диана Шәйхлисламова, өсөнсөлә – “Оҫталыҡ сығанағында” берекмәһе коллективы (Яңы Яуыш ауылы) һәм Илнара Әхмәрова.
“Композиция” номинацияһында беренсе урынды “Айгөл” балалар баҡсаһы коллективы алды (Яңы Яуыш ауылы), икенсе урында – Нина Жильцова, өсөнсөлә – Гөлфиә Сафина һәм Азалия Ниязова.
Бынан тыш, Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Мәсетле районы рустары соборы һәм жюри ағзаларының махсус бүләктәре тапшырылды. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа дипломдар менән бүләкләнде.
Жюри ағзалары һәр эштең үҙенсәлекле булыуын, уларға оҫтаның энергияһы һәм күңел йылыһы һалынғанын билдәләне. Улар барыһы ла Мәсетле тыуған яҡты өйрәнеү музейында күрһәтеләсәк. Милли кейемдәге ҡурсаҡтар менән Свердловск өлкәһендә лә ҡыҙыҡһындылар, тиҙҙән күршеләр ҙә уларҙы ҡарау мөмкинлегенә эйә булыр. Ҡул эштәрен һатып алырға теләүселәр ҙә күп булды.
Нәркәс ХӘЛИУЛЛИНА.

Һай, ҡурсағы ла ҡурсағы!
Һай, ҡурсағы ла ҡурсағы!
Һай, ҡурсағы ла ҡурсағы!
Һай, ҡурсағы ла ҡурсағы!
Автор:Лариса Михалькова