Экспозицияла Өфө, Мәскәү, Сибай ҡалаларынан, Силәбе, Ырымбур өлкәләренән, Башҡортостан Республикаһының Архангел, Балаҡатай, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Мәсетле, Туймазы, Учалы райондарынан финалсыларҙың, оҫталарҙың, костюмдар буйынса рәссамдарҙың һәм дизайнерҙарҙың эштәре күрһәтелә.
Күргәҙмәне Республика халыҡ ижады үҙәгенең генераль директоры Артур Әлибәков асты. «Тамға» конкурсы тәүге тапҡыр 2020 йылда ойошторолдо, тип билдәләне ул.
Республика Башлығы хакимиәте исеменән күргәҙмәлә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Урал Килсенбаев сәләмләне.
Күргәҙмә ҡунаҡтары араһында «Бәхет биләмәһе» хәйриә фондының попечителдәр советы рәйесе Каринэ Хәбирова ла бар ине. Ул барыһын да: «Хәйерле көн, дуҫтар!» тип, башҡортса сәләмләне һәм башҡорттарҙың төп милли кейемен һаҡлап ҡалыуға ҙур өлөш индергән «Тамға» конкурсында ҡатнашҡандарға рәхмәт белдерҙе.
Проектты финанслау «Башҡортостан Республикаһында Рәсәй милләтенең берҙәмлеген нығытыу һәм халыҡтарҙы этномәҙәни үҫтереү» дәүләт программаһы сиктәрендә тормошҡа ашырыла.