Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
13 Апрель 2022, 12:00

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль Милли кейем көнөнә биҙәүестәр күргәҙмәһен ойоштора

Фотозонала сәхнә костюмдарын кейеп, биҙәүестәр тағып, иҫтәлеккә фотоға төшөргә мөмкин.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль Милли кейем көнөнә биҙәүестәр күргәҙмәһен ойоштора
Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль Милли кейем көнөнә биҙәүестәр күргәҙмәһен ойоштора

Милли кейем көнөнә Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле «Беләҙектәр сыңы» күргәҙмәһен әҙерләй. Ул 15 апрелдә көндөҙгө сәғәт 1-ҙә ансамбль музейында асыла.

Күргәҙмәлә ғәскәровсылар ансамбль репертуарындағы бейеүҙәргә биҙәүестәр коллекцияһын күрһәтә. Фәйзи Ғәскәров сәхнәгә ҡуйған биҙрә менән бейеүгә үҙенсәлекле биҙәүестәр экспозицияла айырым урынды биләй. Тамашасыларҙың Рәсәй халыҡтарының эксклюзив костюмдары менән танышыу мөмкинлеге бар. Экспозиция Рәсәй халыҡтарының Милли мираҫы йылына арнала.

Ансамбль музейында билдәле фотограф Эдуард Дилмөхәмәтовтың эштәре ҡуйыла. Күргәҙмәне асыу тантанаһында Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленең билдәле артистары, шулай уҡ ансамблдең почетлы ветерандары ҡатнаша.

Фотозона эшләй, унда сәхнә костюмдарын кейеп, иҫтәлеккә фотоға төшөргә була. Музыкаль яҡтан Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле оркестры артистары биҙәй.

Фото

 
Автор:Ләйлә Аралбаева
Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль Милли кейем көнөнә биҙәүестәр күргәҙмәһен ойоштора
Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль Милли кейем көнөнә биҙәүестәр күргәҙмәһен ойоштора
Автор:Лариса Михалькова