Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Апрель 2022, 10:00

Радий Хәбиров башҡорт яугирҙәре шведтарҙы еңгән кадрҙар менән уртаҡлашты

Республика Башлығы «Төньяҡ амурҙары» тигән яңы анимация фильмының сығыуын хәбәр итте.

Радий Хәбиров башҡорт яугирҙәре шведтарҙы еңгән кадрҙар менән уртаҡлашты
Радий Хәбиров башҡорт яугирҙәре шведтарҙы еңгән кадрҙар менән уртаҡлашты

«Был кадрҙарҙы бер кем дә күрмәгән әле. Улар — Өфөнөң «Муха» студияһы төшөргән «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтенең икенсе өлөшө. Унда шведтарға ҡаршы һуғышта ҡатнашҡан һәм уларҙы еңгән башҡорт яугирҙәренең мажаралары тураһында бәйән ителә. Әле аҙаҡҡы, өсөнсө өлөш өҫтөндә эш бара. Ул Наполеонды еңеүгә арнала, — тип уртаҡлашты республика Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. — «Төньяҡ амурҙары»ның экран сығыуын һәм яңы шедеврҙар көтөп ҡалабыҙ» .

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың декабрендә киноиндустрияны үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә «Төньяҡ амурҙары» йәнһүрәтен төшөрөү хаҡында һүҙ барғайны. Республика булышлығында «Төньяҡ амурҙары» тулы метражлы анимация фильмы — «Муха» студияһының төп проекттарының береһе. Уның өҫтөндә эште 2022 йылда тамамлау күҙаллана. «Муха» анимация студияһы директоры Артур Абдрахманов бының илһөйәрлек рухындағы ғаилә фильмы буласағын билдәләне.

Фото

Автор:Лариса Михалькова