Мәсетле тормошо
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Апрель 2022, 16:30

Ауылдар күтәрелһен өсөн

2021 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән һәм республика хөкүмәте ярҙамында тәүге тапҡыр ауыл, шулай уҡ республиканың бәләкәй ҡалаларында эшләгән йәш белгестәргә бер тапҡыр бирелә торған компенсация түләү буйынса “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы тормошҡа ашырыла.

Ауылдар күтәрелһен өсөн
Ауылдар күтәрелһен өсөн

Уға ярашлы Мәсетле районында Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Илзида Сөнәғәтова менән Гүзәл Туҡтарова 500 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Һайлап алыу шарттары буйынса, белгестәр урында кәмендә 5 йыл эшләргә тейеш буласаҡ.
Илзида Сөнәғәтова – район Мәҙәниәт һарайының халыҡ ижады буйынса методисы, “Каприз” балалар коллективы етәксеһе. Ҡорғат ауылында тыуып үҫкән. Тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләйҙәр. Ғаилә өй һала. Был компенсация түләүе төҙөлөш материалдары һатып алыуға йүнәлтеләсәк.
Балетмейстер Гүзәл Туҡтарова – йәш белгес. Район Мәҙәниәт һарайында 2018 йылдан алып эшләй. Мәсетле районына Ырымбур өлкәһенән килгән. Ире менән ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Алған субсидияға материал һатып алырға һәм башлаған өйҙәрен һалып сығырға ниәтләйҙәр.
“Был программала өс мәҙәниәт хеҙмәткәре ҡатнашты. Уларға ғаризалар уҙған йылда бирелде. Бөтә параметр һәм программа шарттары буйынса икәүһе үтте. Был – беҙҙең өсөн ҙур ҡаҙаныш. “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы ҡыҙҙарыбыҙға ҙур ярҙам буласаҡ”, – ти район Мәҙәниәт һарайы директоры Радик Шәрәфисламов.

Әйткәндәй,
Мәсетле районында мәҙәниәт өлкәһендә 140-тан ашыу кеше эшләй. Шуларҙың 120-гә яҡыны – муниципаль учреждение белгестәре. 2013 йылдан ауыл мәҙәниәт учреждениеларының иң яҡшы хеҙмәткәрҙәре һәм учреждениелар 50 һәм 100 мең һумлыҡ грантҡа лайыҡ булғайны. 2021 йылдан был дәүләт ярҙамы “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырыла. Программа ғәмәлғә ашырыла башлағандан алып туғыҙ хеҙмәткәргә һәм һигеҙ учреждениеға бер тапҡыр бирелә тор-ған түләү тапшырылды.
Наталья РУСИНОВА.

Автор:Лариса Михалькова