Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Март 2022, 09:30

Башҡортостанға яҙыусы Гүзәл Яхина килә

Йома, 1 апрелдә, киске сәғәт 8-се яртыла «Һүҙ көсө» ғаилә әҙәби фестивале барышында донъяның 30 теленә тәржемә ителгән «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы авторы, яҙыусы Гүзәл Яхина менән осрашыу була.

Башҡортостанға яҙыусы Гүзәл Яхина килә
Башҡортостанға яҙыусы Гүзәл Яхина килә

«Кшиштоф» кафеһына (Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 88/1) килергә йәки һылтанма буйынса онлайн ҡатнашырға мөмкин: https://us02web.zoom.us/j/87134954851?pwd=dGhVdGlJd28rSGQxVC9hc1pGWXRidz09

Конференция идентификаторы: 871 3495 4851, инеү өсөн код: 0000.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Гүзәл Яхина бер нисә тапҡыр Өфөгә килде һәм китап уҡыусылар, тамашасылар, журналистар һәм «Зөләйха күҙҙәрен аса» романы буйынса тәүге спектакль сәхнәләштерелгән Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры актерҙары менән осрашты. Автор режиссер Айрат Абушахмановтың (Ярослава Пулинович инсценировкаһы) эшен юғары баһаланы.

Фото:Олег Яровиков

 
Автор:Ләйлә Аралбаева
 
 
Башҡортостанға яҙыусы Гүзәл Яхина килә
Башҡортостанға яҙыусы Гүзәл Яхина килә
Автор:Лариса Михалькова