Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Март 2022, 09:25

Радий Хәбиров Салауат Фәтхетдиновты Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне

«Салауат» эстрада театры (Татарстан Республикаһы) директоры, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Салауат Фәтхетдинов Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнде. Награданы бөгөн Өфөлә АРТ-Ҡоролтайҙың икенсе мәҙәни форумында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тапшырҙы.

Радий Хәбиров Салауат Фәтхетдиновты Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне
Радий Хәбиров Салауат Фәтхетдиновты Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләне

«Бөгөн бик ҡыуаныслы хис-тойғолар кисерәм. Пандемия сәбәпле өс йыл тиерлек эшләмәнек, айырыуса беҙҙең мәҙәниәт өлкәһе өсөн бик ауыр йылдар булды. Минеңсә, был награда миңә аванс бирелде — хәҙер тағы ла нығыраҡ тырышырмын! — тине Салауат Фәтхетдинов «Башинформ» агентлығына. — Мин Башҡортостан менән ғорурланам, ҡайҙа ғына барһам да, уны маҡтайым. Башҡортостан — икенсе Швейцария, уны ҡәҙерләргә һәм ошонда рәхәтләнеп йәшәргә кәрәк, тип ҡабатлауҙан туҡтамайым».

Йырсы үҙенең ижадын һөйөүселәрҙе 7, 8 һәм 9 апрелдә Өфөлә үтәсәк «Салауат» эстрада театры концерттарына саҡырҙы.

Фото:Валерий Шахов

Автор:Лариса Михалькова