Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Март 2022, 10:20

Әсәйемә саф теләктәр

Яҙҙың тәүге көнөндә Оло Аҡа ауылынан Хәлиҙә Әмирхан ҡыҙы Сәфәрова (Мөхәмәтйәнова) юбилейын – 80 йәшен ҡаршылай.

Әсәйемә саф теләктәр
Әсәйемә саф теләктәр

Әсәйебеҙ Дыуан районы Ҡәҙер ауылында Сафура менән Әмирхандың ғаиләһендә, атаһы һуғышҡа киткәндән һуң һигеҙ ай үткәс, донъяға килә. Улар бөтә ғаиләһе менән атаһының ҡайтыуын көтә, ләкин уға яҡындарын яңынан күрергә яҙмай, һәм һуғыш, унан һуңғы осорҙағы бөтә ауырлыҡтар ошо кескәй балалар иңенә төшә. Нимә генә эшләмәй улар!? Малын да ҡарай, урманда ҡороған ағастарҙы бысып, сана менән ташый, сәсеүлектәрҙе утай, баҫыуҙа башаҡ йыя. Аслы-туҡлы йәшәгән балалар, ауырлыҡтарҙа сынығып, сыҙамлы булып үҫә. Әсәләре ғәзиз балаларын яҡшы тәрбиәләргә, белем бирергә тырыша, тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам итә.
Хәлиҙә Әмирхан ҡыҙы күрше ауылда урта мәктәпте тамамлай, ә унда барып етеү өсөн Әй йылғаһы аша кисеүҙән сығырға кәрәк була – ҡышын да, йәйен дә. “Бына шулай боҙло һыуҙа һаулығымды юғалттым инде”, – тип әсенеп хәтерләй ул бала сағын.
1960 йылда Дыуан ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә, унан һуң йәш агрономды алыҫ Хәйбулла районына сиҙәм күтәрергә ебәрәләр. Унда агроном-бригадир һәм агрохимия лабораторияһы мөдире булып эшләй. 1964 йылда уны ВЛКСМ-дың 25-се республика съезына делегат итеп һайлайҙар.
Студент йылдарында уҡ Хәлиҙә Әмирхан ҡыҙы Яраҫтау училищеһында уҡыған Мәсетле егете Тимерғәли Ғәбделхаҡ улы Сәфәров менән таныша. Ул да, уҡыуын тамамлағас, Хәйбулла районына эшкә юллана. Бер йылдан йәш ғаилә тыуған яғына ҡайта.
1966 йылдың октябренән Хәлиҙә Әмирхан ҡыҙы “Әй” совхозында агроном булып эшләй башлай, ә 1974 йылда йәш, белемле, маҡсатҡа ынтылыусан белгесте Оло Аҡа ауыл советына секретарь итеп күсерәләр. 24 йыл дауамында Хәлиҙә Әмирхан ҡыҙы ауыл советында эштәр менән идара итеүсе булып эшләй. Ошо йылдар эсендә ауыл Советы депутаты итеп һайлана. Хеҙмәт эшмәкәрлеге йылдарына бәйле Оло Аҡа ауылы халҡы ла, район етәкселеге лә уны яратып, хөрмәт менән телгә ала.
1984 йылда әсәйебеҙ “Хеҙмәт ветераны” миҙалына лайыҡ булды. Шулай уҡ оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәте өсөн почет грамоталары менән бүләкләнде. Ә 2019 йылда Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан Мәсетле районы хакимиәтенең “Мәсетле районының 100 исеме” акцияһы нигеҙендә райондың социаль-иҡтисади үҫешенә шәхси өлөш индергән өсөн” дипломы менән бүләкләнде.
Бөгөн хаҡлы ялда булһа ла эшһеҙ ултырмай әсәйебеҙ. Ул – ҡатын-ҡыҙҙар һәм ветерандар советтары ағзаһы, ауыл клубында саралар үткәреүҙә ярҙам итә, йырлай, бейей, бәйләй һәм тегә, тәмле бәлештәр бешерә, йәшелсә һәм емеш-еләк үҫтерә, йорт һәм баҡсаһын гөл-сәскәгә күмеп йәшәй.
Беҙ – уның ҡыҙҙары һәм кейәүҙәре, улы һәм килене, дүрт ейәне һәм ейәнсәре – әсәй-өләсәйебеҙҙе матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ. Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, рух күтәренкелеге теләйбеҙ. Һин – иң ышаныслы ярҙамсы, иң аҡыллы кәңәшсе. Хөрмәтле әсәйебеҙ! Һиңә йылы ҡарашың, бәхетле матур бала сағыбыҙ, хәстәрең, наҙың, беҙҙең өсөн мәңгелек борсолоуҙарың өсөн рәхмәт!
Бөтә балаларың исеменән ҡыҙың Лена.

Автор:Лариса Михалькова