Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Март 2022, 11:45

Әсәй, мин һинең менән ғорурланам!

Урамда ҡул бирешеп күрешеү, таныштарҙы ҡосаҡлап алыу хәүефһеҙ булмаған заман етте. Шуға күрә әсәй-ҙәр янына ла һирәгерәк ҡайтабыҙ: йә үҙебеҙ ауырып китәбеҙ, йә эштә сирләгән кешеләр менән аралашабыҙ.

Әсәй, мин һинең менән ғорурланам!
Әсәй, мин һинең менән ғорурланам!

Ә әсәй аңлай. Әсәй беҙгә асыуланмай. Барыбыҙға ла таҙалыҡ теләп, балаларын уйлап, ауыр булһа ла үҙ йүнен үҙе күрә. Ауылдаштарыбыҙға оло рәхмәт, әсәйебеҙҙе хөрмәт итәләр, кәрәк саҡта ярҙам итеп торалар.
Беҙҙең әсәйебеҙ Тәскирә Фәхретдин ҡыҙы Зиннәтуллина Әбдрәхим ауылының иң матур урамында – Әй йылғаһы буйында йәшәй. Беҙҙең ҡәҙерле һәм ғәзиз кешебеҙ Иҫке Мишәр ауылында донъяға килгән. Бала саҡ йылдары һуғыш ваҡытында үтә. Атайһыҙ тороп ҡалып, барлыҡ ауырлыҡтарҙы татырға тура килә уға.
Әсәйебеҙ ғүмерен мәктәптә балаларға белем биреүгә бағышлай. Уҡыусылары әле лә оло ихтирам менән уның дәрестәрен иҫкә төшөрә. Ә әсәйем һәр бер уҡыусыһына йөрәгендә оло һөйөү һаҡлай, улар тураһында маҡтап һөйләй.
Атайым Хәйбулла Ғәли улы менән беҙгә, биш балаға, ғүмер бүләк итеп, беҙҙе яҡшы тәрбиә биреп үҫтерҙеләр, белем алырға ярҙам итеп, оло тормош юлына аяҡ баҫтырҙылар.
Әсәйебеҙ әле лә бик әүҙем, донъялағы барлыҡ яңылыҡтарҙы белеп тора, фенологик яҙмалар алып бара, беҙгә файҙалы кәңәштәр бирә.
Әсәй, мин һинең менән ғорурланам!
Гүзәл МОРТАЗИНА,
Дыуан районының Мәсәғүт ауылы.

Автор:Лариса Михалькова