Мәсетле тормошо
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Февраль 2022, 15:45

Эльмира Шәйехова Мәскәүҙә GLOBAL MODEL OF THE WORLD матурлыҡ конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһай

12-15 февралдә Мәскәүҙә GLOBAL MODEL OF THE WORLD - 2022 Халыҡ-ара матурлыҡ конкурсы үткәрелә. Конкурста 30 ҡыҙ ҡатнаша, уларҙы Һиндостан, Болгария, Төркиә, Румыния һәм башҡа илдәрҙән халыҡ-ара жюри баһалай.

Эльмира Шәйехова Мәскәүҙә GLOBAL MODEL OF THE WORLD матурлыҡ конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһай
Эльмира Шәйехова Мәскәүҙә GLOBAL MODEL OF THE WORLD матурлыҡ конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһай

Башҡортостан Республикаһынан Эльмира Шәйехова сығыш яһай. Уға 22 йәш, «МИСС РБ-2018», «Волга буйы ынйыһы-2019», «Өфө һылыуҡайы-2017» конкурстары еңеүсеһе, Ҡытайҙа Miss Tourism Global-2018 халыҡ-ара гүзәллек конкурсы призёры.

Конкурста ҡыҙҙарҙы эшлекле программа, Мәскәү буйлап экскурсия, Останкиноға экскурсия, экологик акция, фотосессиялар, репетициялар, оҫталыҡ дәрестәре көтә.

Финалда милли кейемдә дефиле, һыу инеү кейемендә сығыу, киске күлдәктә дефиле кеүек конкурстар, шулай уҡ үҙең менән таныштырыу этабы була.

Фото

Источник: https://bash.bashinform.ru/news/culture/2022-02-11/elmira-sh-yehova-m-sk-global-model-of-the-world-maturly-konkursynda-bash-ortostan-isemen-n-sy-ysh-ya-ay-2688729

 

Автор:Лариса Михалькова