Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Декабрь 2021, 17:00

Тамашала – тарих

Уҙған ял көндәрендә район Мәҙәниәт һарайында Псков авторы Надежда Вальнерҙың “Ледовое побоище” пьесаһы буйынса бөйөк кенәздең тыуыуына 800 йыл тулыуға арнап ҡуйылған “Александр Невский” спектакленең премьераһы үтте.

Тамашала – тарих
Тамашала – тарих

Спектаклдең йәш актерҙары – Александр Невский исемендәге казак хәрби-патриотик клубы тәрбиәләнеүселәре үҙҙәре алдына ҡуйылған бу-рысҡа яуаплы ҡараны һәм Александр Невский осорондағы ваҡиғаларҙың әһәмиәтен һәм бөйөк ғәскәр башлығының ҡаһарманлығын сағылдырыуға өлгәште.
Тамашаға йыйылыусыларҙы Өс Изге ғибәҙәтханаһы архимандриты Арсений сәләмләне. Ул тәрбиәләнеүселәре Ольга менән Александрға боронғо Рәсәй халҡы, шул осорҙағы тарихи ваҡиғалар, Александр Невскийҙың батырлыҡтары тураһында һөйләүсе аҡһаҡал ролен башҡарҙы.
“Башҡортостан рустары соборы” төбәк йәмәғәт ойошмаһының Мәсетле бүлеге рәйесе Лариса Худякова тамашасыларҙы, артистарҙы һәм спектаклде әҙерләүселәрҙе премьера менән ҡотлап, кадеттарға – матур уйнағандары, ә ата-әсәләргә һәм уҡытыусыларға костюмдар, реквизиттар, видеорәт һәм музыкаль биҙәлеш әҙерләргә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Казак хәрби-патриотик клубы етәксеһе Владимир Назаренко клуб ойошторолоуға өс йыл тулыу уңайынан иң яҡшы тәрбиәләнеүселәргә почет грамоталары тапшырҙы.
Байрамда Балаҡатай районынан, шулай уҡ Свердловск өлкәһенең Әртә районынан, Красноуфимск ҡалаһынан абруйлы ҡунаҡтар булды. Сарала “Красноуфимск хуторы” казактар йәм-ғиәте атаманы Александр Шаланцов, шулай уҡ Башҡортостан митрополияһының Нефтекама епархияһы Көнсығыш округы дин әһеле Николай Грузков ҡатнашты.
Премьера тамашасыларҙың һәм ҡунаҡтарҙың юғары баһаһына лайыҡ булды.
Мәсетле районы
мәҙәниәт бүлеге.

Тамашала – тарих
Тамашала – тарих
Автор:Лариса Михалькова