Мәсетле тормошо
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Ноябрь 2021, 10:30

Мин бәхетле һеҙҙең янда ғына

(Булған хәл, исемдәре үҙгәртелде) Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Гәзитебеҙҙең быйылғы 23 июль һанында Яр Саллы ҡалаһында йәшәгән яҡташыбыҙ Фәниә Сәғдиәхмәт ҡыҙы Шәрипованың “Тормош юлдары” исемле повесынан өҙөк баҫылып сыҡҡайны. Бөгөн иғтибарығыҙға уның икенсе әҫәрен тәҡдим итәбеҙ.

Мин бәхетле һеҙҙең янда ғына
Мин бәхетле һеҙҙең янда ғына

Таң беленә башланы, ҡоштар һайрай, кәкүк саҡыра. Шул сихри ҡоштарҙың йырҙарын боҙоп, бригадир өй һайын йөрөп, халыҡты эшкә әйҙәй башланы. Сөнки бер аҙҙан ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра башлаясаҡ, бер нисек тә ҡасып ҡотола алмаҫһың. Председатель Вәкил ағай, бригадир Хажиәхмәткә кистән үк әйтеп ҡуйҙы, таң атыу менән халыҡты яланға бесән сабырға сығарырға. Колхоздың малы күп, бесәнде түкмәй-сәсмәй ваҡытында сабып, киптереп, йыйып алырға кәрәк.
Ҡайһыһы атҡа ултырып, ҡайһы-һы йәйәү салғыларын тотоп киттеләр. Ә инде ике дуҫ Минниәхмәт менән Сабирйән алдан йүгерҙеләр. Ҙурыраҡ болонда, барыһына ла ҡарағанда күберәк сабырға ине иҫәптәре.
Бер-береһе менән ярыша-ярыша бесән сабырға башланылар. Йәш ҡыҙҙар йырлай, егеттәр ҙә ҡушылды:
Күбәләк гөлдәргә ҡунһа,
Гөлдәр тирбәлә микән?
Күбәләгем-түңәрәгем,
Аҫыл ҡошом, һандуғасым
Йырлап ебәрә микән?
Шулай йырлай-йырлай саба тор-ғас, төшкө аш ваҡыты ла еткән. Ырҙында өҫтәл ҡорғандар, тәмле аш еҫе таралған, йәш кенә ике ҡыҙ аш бүлә башланылар.
– Әйҙәгеҙ, ултырышығыҙ, аштан һуң мәтрүшкә сәйе яһарбыҙ.
Йәш егеттәр инде яуапһыҙ ҡалманылар:
– Ашығыҙ ҙа бик тәмле, үҙегеҙ ҙә бик сибәр, сәй, ахыры, телде йоторлоҡ булыр.
– Ҡыҙҙар, исемегеҙ нисек һеҙ-ҙең?
– Минеке – Сәриә.
– Минеке – Нәзлиә.
Нәзлиә исемлеһе бигерәк сибәр, зәңгәр күҙле, зифа буйлы, оҙон толомо нескә биленә төшкән, ә йөҙө артистарға ҡарағанда ла матурыраҡ. Ауыл егеттәре барыһы ла ғашиҡ булдылар был ҡыҙға. Минниәхмәт, мин уға өйләнәм, тип үҙенә һүҙ бирҙе.
Һуңға тиклем эшләгәс, бригадир ҡыҙҙарҙы Ғәйнекамал әбейгә ҡунырға керткән. Минниәхмәт, ҡыҙҙар-ҙы саҡырып сығарыр өсөн, әсәһенән ике икмәк һорап алды ла Ғәйнекамал әбейгә кереп китте.
– Ғәйнекамал әбей, әсәйем икмәк биреп ебәрҙе, ҡыҙҙарҙы һыйларһығыҙ. Минең исемем Минниәхмәт. Сәриә, Нәзлиә, һеҙҙе клуб-ҡа алып килергә ҡуштылар, әйҙәгеҙ, йыйынығыҙ, мин һеҙҙе тышта көтәм, – тине лә сығып китте.
– Сабирйән, хәҙер ҡыҙҙар сыға, Нәзлиә – минеке, ишетһен ҡолағың!
– Ярар, аңланым, икенсеһе лә бер тигән.
– Ҡыҙҙар, хәйерле кис! Минең исемем Сабирйән, беҙгә ауыл активы һеҙҙе клубҡа алып килергә ҡушты.
Минниәхмәт менән Нәзлиә алдан киттеләр. Минниәхмәт күптән түгел армиянан ҡайтҡайны, морфлотта хеҙмәт итте. Уртаса буйлы, киң елкәле, төҫө-башы бик матур, моряк кейемендә, һәр бер ҡыҙҙың башын әйләндерерлек егет ине. Нәзлиә уның бесән сапҡанын күреп шаҡ ҡатҡайны, салғы егеттең ҡулында уйнаған төҫлө тойола.
– Нәзлиә, һиңә нисә йәш? Ғаиләгеҙҙә нисә бала?
– Миңә ун һигеҙ генә тулды. Атайым һуғышта хәбәрһеҙ юғалды, әсәйем бер үҙе биш ҡыҙ тәрбиәләй. Әсәйем, оло апайым да мин колхозда эшләйбеҙ. Ҡалғандары әле бәләкәйҙәр, мәктәптә уҡыйҙар. Минең ҡалаға киткем килә, ауылда ҡалғым килмәй!
– Мин армиянан яңы ҡайттым, шунда уҡ эшкә саҡырҙылар, мин электрик. Минең дә атайым һуғышта хәбәрһеҙ юғалған, беҙ ҙә – биш бала: өс малай ҙа ике ҡыҙ. Оло ағайым йәштән үк ситкә сығып киткән. Унан һуң – мин. Энем төҙөүсегә уҡый, председатель ебәрҙе райондан. Ике бәләкәй һеңлем мәктәптә уҡыйҙар. Әсәйем ҡарауылда тора, гаражда. Минең дә ҡалала йәшәгем килә, беҙҙең хыялдар бер икән. Беләһеңме, тегеләй-былай борғоланырға яратмайым, тураһын әйтәм, һине беренсе күреүҙә үк яраттым, кейәүгә сыҡ миңә. Һине ашыҡтырмайым, ныҡлап уйла. Эштән ҡурҡмайым, донъяны алып барыусы ир, ҡайғыртыусан атай булырмын. Бер ҡасан да үкенмәҫһең миңә кейәүгә сыҡҡаныңа.
– Кинәт кенә булған тәҡдимдән юғалып ҡалдым, миңә уйларға кәрәк. Һау бул...
* * *
– Мин инде эҙләп сығырға йыйынғайным, ҡайҙа шул ғүмер йөрөнөң? – Сәриә асыуланды.
– Ярар инде, туҙынма, кейәүгә сығырға тәҡдим яһанылар.
– Ризалаша күрмә, дуҫҡайым, был ауылдың ир-егеттәре бик уҫал икән.
– Ярай, әйҙә, йоҡлайыҡ, иртәгә эшкә, ваҡыт һуң инде.
Нәзлиәнең күҙенә йоҡо әҫәре кермәне, был уңған егетте үҙе лә бик оҡшатҡайны. Кейәүгә сығырға уйында ла юҡ. Колхоздан ебәрмәй-ҙәр, ауылда тормош ауыр, бер ниндәй ҙә юл юҡ.
Минниәхмәт башын юғалтты, аңлай ине: әгәр ҙә тиҙ генә өйләнмәһә, юғалта ҡыҙҙы, берәй егет эләктерә. Нисек тә өйләнергә, ҡалаға китергә. Аҙаҡ күҙ күрер.
– Әсәй, әсәй, тим, уян, тор!
– Эй Аллам, тағы нимә булды, нишләп төн уртаһында уятаһың, иркәләрең дә йоҡлайҙар, әкренерәк, – мыңғырҙай-мыңғырҙай әсәһе урынынан торҙо.
– Әсәй, мин өйләнәм, ҡыҙ һорар-ға барырға кәрәк!
– Балам, бисәңде ҡайҙа алып ҡайтаһың? Өйҙә торорға түгел, ултырырға ла урын юҡ!
– Ҡайғырма, әсәй, беҙ ҡалаға китәбеҙ торорға.
– Ситтә ситәнгә элеп ҡуйғандар, ти, һиңә! – Миннурҙың улын бер ҙә ебәргеһе килмәй ине. Минниәхмәт ғаиләлә иң уңғаны, иң бул-ғаны. Ғаиләне туйҙырып тороусы шул Минниәхмәт, иркәләрен эҙгә һалыусы ла шул Минниәхмәт.
– Әсәй, ҡайғырма, мин һеҙҙе ташламайым, ярҙам итермен.
Иҙәндә теҙелешеп ятҡан иркәләренә ҡараны. Ысынлап та өй бик бәләкәй, аш бүлмәһе лә, йоҡо бүлмәһе лә бер, дәрес тә шунда әҙерләй-ҙәр. Өй эсе бик ярлы булһа ла бөхтәлек хөкөм һөрә. Өй һалырға кәрәк нисек булһа ла.
Иртән тағы ярыша-ярыша бесән саптылар. Кеше күрмәгәндә, Нәзлиә янына килеп, кеҫәһенә хат һалды: “Эштән һуң мин һине өй янында көтәм... ”
– Мин ныҡ ҡурҡҡайным, сыҡмаҫһың тип. Мин төн буйы йоҡлай алманым, һинең турала уйланым. Яусы ебәрәм, бесән эше бөткәс өйләнешербеҙ. Унан ҡалаға барып эшкә урынлашабыҙ, килештекме?
– Һин мине ашыҡтырма, әсәйем менән һөйләшергә кәрәк.
Бесән эше бөткәс, Нәзлиә ауылына ҡайтып китте.
* * *
– Әсәй, мин ҡайттым. Һағындым барығыҙҙы ла.
– Беҙ ҙә һағындыҡ үҙеңде. Нисек нығып киткәнһең, ҡыҙынғанһың.
– Әсәй, беләһең бит минең ҡалаға киткем килгәнен.
– Ни хәл итәһең, балам, председатель ебәрмәй.
– Бер егет менән таныштым, кейәүгә сыҡ, яусы ебәрәм, тине.
– Юҡ, ҡыҙым. Йәш бит әле һин.
– Ә минең ҡалаға киткем килә.
* * *
Иртән таң менән Минниәхмәт, әсәһе Миннур, яусы ҡарсыҡ Әсмәбикә килде:
– Һаумыһығыҙ! Беҙҙә – сауҙәгәр, һеҙҙә – тауар! – таҡмаҡлай-таҡмаҡлай керҙе яусы ҡарсыҡ Әсмәбикә.
– Һаумыһығыҙ! Әйҙәгеҙ, үтегеҙ түргә!
Яусы ҡарсыҡ Әсмәбикәнең теле телгә йоҡмай, Нәзлиәнең әсәһен күндерҙе кейәүгә бирергә Минниәхмәткә.
Йәштәр яҙылыштылар ҙа ҡалаға йүнәлделәр. Минниәхмәтте завод- ҡа электрик итеп алдылар. Нәзлиә кәнфит фабрикаһына урынлашты. Барактан бер бүлмә бирҙеләр. Донъя көйләнде. Йәш пар бик татыу торҙо.
* * *
Нәзлиәнең күңеле болғана башланы. Табипҡа барғайны, балағыҙ буласаҡ, тине.
– Мин бәхетле, беҙҙең улыбыҙ буласаҡ!
Нәзлиә декретҡа сыҡҡас, Минниәхмәт отпуск алды. Ауылға бик кәрәкле кеше булып сыҡты ул. Колхозға эшкә сыҡты, электрик кәрәк икән, күрше колхоздан килеп ярҙам итеп йөрөгән икән бер электрик.
Улына алты ай булғас, эшкә саҡырттылар Нәзлиәне, балаға йәсле бирәбеҙ, тинеләр. Әммә Минниәхмәт ҡырт киҫте, ауылда ҡалабыҙ, йорт төҙөйбөҙ. Нишләһен ҡатын-ҡыҙ, күңеле һыҡрап булһа ла ризалаша. Аптырағандан фермаға һауынсы булып урынлаша. Һыйыр һауыуы бик ауыр булһа ла, хеҙмәт хаҡы юғары, өйгә һөт тә ҡайта.
Эшкә уңған Нәзлиәгә бар эш тә еңел бирелә. Тик ҡәйнәһенең ирен уға ҡаршы ҡотортоуы бәғерҙе ҡорота, ғаиләлә тауыш сыға. Минниәхмәт ҡыҙыу ҡанлы, ҡул күтәрергә лә күп һорап тормай.
Улына дүрт йәш тулғас, ҡәйнәһе ғаиләгә ҡыҫылып, ныҡ тауыш сыға, ире ҡыҙып китеп ҡатынын ныҡ туҡмай. Нәзлиә бер нисә көн тора алмай ята. Күгәргән ерҙәр бөткәс, Нәзлиә ҡалаға, элекке эшенә китә. Улын үҙе менән алып китмәксе була, тик малай ҡасып ҡала, дуҫтарынан, атаһынан айырылғыһы килмәй.
Минниәхмәт бик юҡһына, һағына, шунда ғына ҡатынын нисек яратыуын аңлай, ҡул күтәргәненә үкенә, әсәһенә асыулана. Барып ҡатынын алып ҡайтмаҡсы була, улын ғына ныҡ һағынһа ла, Нәзлиә ризалашмай. Ир-ат нишләһен, йорт тулы мал, ҡатын-ҡыҙҙан башҡа булдырып булмай. Күрше ауылдан Ғәзинур исемле бер тол ҡатынды алып ҡайта.
Улы Алмаз әсәһен бик ныҡ һағына, әйләнеп ҡайтырын һәр иртә көтә һаман. Атаһы бисә алып ҡайтҡас, өмөтө өҙөлә баланың. Кистәрен бик ауыр уға, илай, ялбара: “Әсәй, ҡайт, мин һине һағындым бит”.
Былай әсәйем барыбер ишетмәй, нисек тә үгәй әсәйҙе ҡайтарып ебәрергә тип, бер уйға килә. Атаһы көндөҙ эштә, Алмаз Ғәзинур ҡайҙа бара, әкрен генә күҙәтә. Бәҙрәфкә керһә, тыштан бикләп ҡуя, көнө буйы сыға алмайынса шунда ултыра. Үгәй әсәһе атаһына һөйләп бирә. Атаһына эләкмәҫ өсөн Алмаз ҡаса.
Икенсе көндө тауыҡ кетәгендә бикләп ҡуя, тағы сыға алмай. Был юлы атаһы ҡайыш менән яра улын.
Тағы бер аҙнанан мунсала бикләп ҡалдыра. Кис атаһы эштән ҡайтҡас, тауыш сыға, Ғәзинур әйберҙәрен йыйып ҡайтып китә.
– Улым, әйҙә, ял көндө икәүләп әсәйеңде алып ҡайтабыҙ.
* * *
– Мин һине бик ныҡ һағындым, әйҙә бергә йәшәйек, әсәй.
– Нәзлиә, ҡәҙерлем, улың икенсе бисәне ҡыуып ебәрҙе бит. Йә бәҙрәфтә, йә мунсала, йә һарайҙа бикләп тотҡан. Ҡасты артына ла ҡарамайса. Әйҙә ҡайтабыҙ, кәләш, барыһы ла яҡшы булыр. Үпкәләрҙе онотоп, яңы тормош башлайыҡ. Хәҙер өйөбөҙҙә өсәүләп кенә йәшәрбеҙ.
Алмаздан да бәхетле бала юҡ ине был мәлдә.
Нәзлиәнең күҙ йәштәре өнһөҙ генә аҡты ла аҡты. Шатлыҡ йәштәре ине улар.

Автор:Лариса Михалькова