Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
14 Сентябрь 2021, 12:05

Халыҡ таланттары тураһында

Район Мәҙәниәт һарайында Ғәлиә Вәхитованың, Валентина Сизованың, Евгений Ладиловтың ярҙамы менән эстрада йырҙары авторы һәм башҡарыусы яҡташыбыҙ Юрий Дегтяревтың “Һаумы, көҙ!” ижад кисәһе булды.

Халыҡ таланттары тураһында
Халыҡ таланттары тураһында

Юрий Анатольевич тыумышы менән Оло Ыҡтамаҡ ауылынан. Башҡарыусы һәм ижад итеүсе һәләтен үҙендә биш йәшендә аса. Бөгөнгө көндә уның репертуарында – үҙе ижад иткән 20 йыр һәм шиғыр. Музыкаль яҡтан биҙәүҙә Евгений Ладилов ярҙам итә.
Юрий музыкаға ғашиҡ ғаиләлә тыуып үҫә. Атаһы менән олатаһы бик матур гармунда уйнайҙар. Бала сағында ул ололарҙың, гармунда йырлап, кис ултырыуҙарын ҡыҙыҡһынып күҙәтә. Йырҙарҙа ул тормошҡа, тыуған илгә, әсәгә һәм ҡатын-ҡыҙға һөйөүҙе тоя. Үҙенең ижади һәләттәрен һүрәт төшөрөү аша сағылдыра.
Оло Ыҡтамаҡ урта мәктәбенән һуң Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетында һыҙым дәрестәре һәм рәсем уҡытыу-сыһы һөнәрен ала.
18 йыл Юрий Дегтярев Өфө ҡалаһында участка инспекторы булып эшләй. 2013 йылда, икенсе юғары белем алып, тыуған еренә әйләнеп ҡайта. Урмансылыҡта инспектор булып эшләй. 1 сентябрҙән – Кесе Ыҡтамаҡ клубы директоры.
Автор-башҡарыусы булараҡ ул “Тере ҡыл” автор-ҙар йыры фестивалендә күп тапҡырҙар ҡатнаша һәм сығышы юғары баһа ала.
– Беҙҙең районда тормош мәшәҡәттәренә ҡарамай, күңеленә ятҡан шөғөл тапҡан кешеләр күп, – ти Юрий Анатольевич. – Шуныһы менән улар башҡалар-ҙан айырылып тора ла. Һәләтлеләр күп ул. Беҙ яҙыусыларҙың, скульпторҙарҙың, рәссамдарҙың, башҡа сәнғәт әһелдәренең ижадына ҡарап һоҡланабыҙ. Ул кешеләрҙе беҙ телевидение аша күрәбеҙ, гәзит-журналдарҙа улар тураһында уҡыйбыҙ. Картиналары галереяларҙа эленеп тора, эштәре
ҡала урамдарын биҙәй. Әммә халыҡ араһында йәшәгән уникаль һәләтле ябай кешеләр мине нығыраҡ һоҡландыра. Һәләтле ябай кешеләр үҙҙәре тураһында белдереп бармай, үҙҙәре хаҡында һөйләп йөрөмәй. Уларҙың мауығыуҙары – күңел талабы, донъяны улар шулай күрә.
Киләсәктә Юрий Кесе Ыҡтамаҡ ауыл клубы базаһында ижад кешеләренә артабан үҫешеү һәм үҙҙәрен тынытыу өсөн ярҙам күрһәтеү студияһы асыу уйы менән йәшәй.

Автор:Наталья  Русинова