Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Июль 2021, 11:25

ТОРМОШ ЮЛДАРЫ

(Повестан өҙөк)

ТОРМОШ ЮЛДАРЫ
ТОРМОШ ЮЛДАРЫ

Таң атҡанын белдереп әтәс ҡысҡырҙы. Унан һуң сут-сут һандуғастар һайрай башланы. Был яҙҙың иң матур, иң гүзәл миҙгеле ине. Донъяла булған бөтөн йәндәрҙе уятып, мөхәббәт уты яна. Муйыл, сирень еҫтәре күңелдәрҙе елкендерә. Рәшит Рәшиҙәне ҡосаҡлап үҙенә тартты, егеттең тәнен ҡайнар тулҡын уратып алды. Рәшиҙә Рәшиттең шашып-шашып үбеүенә ҡаршы тора алманы, йәш ҡыҙҙың йөрәге ярһып типте, Рәшиҙә кинәт айнып китте.
– Мин йүгерҙем өйгә, әсәйем асыуланыр, минең өйҙә юҡты белеп ҡалһа!
– Хуш, матурым, кискә хәтлем!
Әсәһе торғансы ҡыҙ йәһәт кенә өйгә кереп карауатына ята һалды, әммә йоҡо әҫәре күҙенә кермәне, хыял донъяһына сумды. Ярата ине ул Рәшитте. Аҡыллы, тәрбиәле был егеткә күҙ һалыусы ҡыҙҙар күп. Айырыуса Рәшиҙәнең класташы Зөлхизә мәктәптә төрлө сәбәп табып, Рәшит янынан китмәй, ә инде клубта осрашһалар, бөтөнләй юл бирмәй, йә бейергә, йә вальсҡа саҡыра. Рәшит Зөлхизәне күрһә, урап уҙа. Ә инде Рәшиҙә менән осрашҡандарына бер йылға яҡын ваҡыт үтте. Ауылда барыһы ла беләләр уларҙың бер-береһен яратҡанын. Ҡайһы береһе һоҡланып, ҡайһы береһе көнләшеп ҡараны. Ҡара һин уны, хәйерсе булһа ла, ниндәй мул тормошло ғаилә егетен эләктергән, тип бышылдаусылар ҙа күп булды. Бигерәк тә Зөлхизәнең асыуы эсенә һыйманы. Тапҡан үҙенә йәр, үҙе йәмһеҙ, үҙе ябыҡ, ҡоро һөйәк, өй тулы бала-саға, ашарҙарына етмәйҙер меҫкендәрҙең, тип ҡысҡырып көлөп ҡала ине. Ағас башын ел бутай, әҙәм башын тел бутай, был әйтемде Рәшиҙәнең ишеткәне бар, шуға күрә лә бер ғәйбәткә лә ихтибар итмәне.
Рәшиҙәнең әсәһе Әлифә апай уртаса буйлы, биш балалы әсәй булһа ла, зифа кәүҙәле, сабыр, эшкә уңған. Балаларына бер ҡасан да тауышын күтәрмәй, ауылдағы һәр кешегә булышырға тырыша, сөнки ул фельдшер, күп ваҡытын эштә үткәрә. Атаһы Әхәт оҙон буйлы, киң елкәле, ҡыҙыу ҡанлы, берәйһе ҡаршы әйтһә, дөрләп ҡабына, шулай булһа ла, үҙе киң күңелле, эшсән. Өйгә лә ҡайтып төшмәй, колхозда тракторист булып эшләй, буш ваҡытында малдарҙы, йортто ҡарай. Рәшиҙәнән бәләкәйе Франгизә бишенсе класта, ут өйөртөп, бәләкәй иркәләрән ҡарай, бик тырышып уҡый. Ә Фәрзәнә өсөнсө класта уҡый. Бәләкәйҙән үк сирләшкә, уҡыуы ла ауырыраҡ бара. Малайҙар кеүек һуғыш суҡмары уҫал Розалия беренсе класта. Төпсөк Илһамға биш йәш. Дүрт апаларына бер малай бик наҙлы, йомшаҡ күңелле булып үҫә. Күп бала булһа ла, ашарҙарына етерлек, кейемдәре бар, бер ҡасан да ас-яланғас булманылар. Ит, һөт, ҡаймаҡ өҫтәлдән өҙөлмәне. Өй эсенә килеп керһәң, һәр әйбер үҙ урынында, бөхтәлек хөкөм һөрә, иҙән ялтырап тора, бер ерҙә туҙан күренмәй, был йортта биш бала тора тимәҫһең, тәҙрә төбөндә гөлдәр сәскә ата. Йортта ла шундай тәртип, бер нәмә лә аунап ятмай. Ә баҡсала инде, һөйләп тораһы ла юҡ, сүп үләне бында бөтөнләй үҫмәй тип уйларһың, шундай тәртип, төрлө сәскәләр хуш еҫтәрен сығарып ултыра. Һәр баланың өйҙә үҙенә ҡушылған эше бар. Әсәләре эшкә киткәндә кемгә нимә эшләргә кәрәклеген яҙып ҡалдыра. Береһе ашарға бешерә, икенсеһе өй йыйыштыра, өсөнсөһө мал-тыуар ҡарай, ҡалғаны бәләкәйерәк булған иркәһенә күҙ-ҡолаҡ. Шулай балалар мәктәптән һуң нисек тә әсәләренә ярҙам итәләр.
Рәшиҙә яҡшы уҡый, өйҙә әсәһенең уң ҡулы, бер кемгә лә иғтибар итмәй уҡып, белем алып, тиҙерәк эшләй башлайһы килә уның. Быйыл туғыҙынсыны тамамлап, Мәсәғүткә педучилищеға уҡырға инде. Рәшит унынсы клас-тан һуң Өфө ауыл хужалығы институты студенты булып китте. Ауыр ине айырылышыу уларға, шулай ҙа был йәштәр өсөн ҙур һынау ине. Рәшиҙә Өфөгә бара алманы, сөнки Мәсәғүт ауылға яҡын, аҙна һайын ауылға ҡайтып, ата-әсәһенә ярҙам итә аласаҡ.
Икеһе ике ерҙә, бик ҡыйын ине уларға. Хатлашып торҙолар, бигерәк тә Рәшиттән йыш һөйөү менән һуғарылған хаттар килде. Рәшиҙә яуап яҙырға ла өлгөрә алманы. Һағына ине Рәшит Рәшиҙәне! Осрашаһы, ҡыҫып ҡосаҡлайһы, көн дә күрешәһе килде. Яңы йыл байрамы алдынан Рәшит сюрприз яһарға булды һөйөклөһөнә. Өфөнән ҡайтҡанда Рәшиҙә янына килеп, бергә ауыл-ға ҡайтырға тәҡдим итте. Кискелеккә ятаҡханаға килеп етте лә вахтерҙан Рәшиҙәне саҡыртты, ҡыҙ йүгереп төшкәйне, аптырап китте:
‒ Йәнем, һин күктән төштөңмө әллә? ‒ Рәшиттең ҡосағына һыйынды.
‒ Эйе, матурым, һине һағынып килдем, бергә ҡайтабыҙ, әйҙә йыйын, киттек ҡайтып, әле юлда машиналар йөрөп торғанда.
Ауылға төнөн генә ҡайттылар. Әсәһе аптырап ҡалды:
‒ Балам, нисек төнөн ҡайта алдың?
– Әсәй, ҡайғырма, мине Рәшит кереп алды, Мәсәғүттән, бергә ҡайттыҡ.
‒ Әйҙә, ҡыҙым, һуң булһа ла, сәй эсеп алайыҡ.
Оҙаҡ иттереп һөйләшә-һөйләшә сәй эстеләр.
‒ Әсәй, ҙур рәхмәт, мин аҙ булһа ла йоҡлап алайым.
Кискә Рәшит менән клубҡа сыҡтылар. Икеһен бергә күргәс, тағы һөйләнделәр ғәйбәтселәр. Зөлхизә килеп муйынына аҫылынды:
‒ Һағындым мин һине, йәнекәйем.
‒ Ғәфү ит, зинһар, мин һине яратмайым, ‒ тине лә Рәшит, һөйгән ҡыҙын ҡосаҡлап, китеп бар-ҙылар. ‒ Әйҙә, матурым, урамда йөрөйөк, бер кем дә ҡамасауламаҫ.
Ауылды урман уратып алған, ябалаҡлап ҡар яуа, әйтерһең дә, ағастар аҡ күлдәк кейгәндәр, шундай тәбиғәттең матур мәле! Өй баштарын, юлдарҙы, һуҡмаҡтарҙы ҡар күмгән. Оҙаҡ итеп һөйләшеп ҡайттылар был тылсымлы тәбиғәт ҡосағынан, өйгә керәһе лә килмәне.
‒ Рәшиҙә, нимә генә булһа ла, ниндәй хәбәр генә килһә лә, минең менән һөйләшмәйенсә бер кемгә лә ышанма, килештекме? Мин һине генә яратам, гел һинең турала ғына уйлайым, бер ҙә айырылаһы килмәй һинән. Әллә уҡырға Өфөгә генә күсәһеңме, ҡәҙерлем, ‒ тип ҡосаҡлап үпте.
– Бер нисек тә күсеп булмай, ауылға ҡайтып ярҙамлашыр-ға кәрәк, аңлайһың бит мине, уҡып бөтөргәс берәй нәмә уйларбыҙ, түҙ инде тағын бер аҙға. Сабырҙың төбө һары алтын, тип тиккә әйтмәйҙәр.
Рәшиҙә ныҡ яуаплы, сабыр ҡыҙ. Уйлап, ашыҡмай башҡара һәр эште. Төрлө яҡтан килгән ауыл балалары берҙәм, дуҫ йәшәнеләр. Бер-береһенә булыштылар, ниндәй генә ауырлыҡтар булһа ла, бергә еңделәр! Рәшиҙә аҙна һайын ауылға ҡайтып йөрөнө, булышты. Бер ҡасан да әсәһенән аҡса алманы. Кистәрен ятаҡханала иҙән йыуҙы. Уҡыу еңел бирелде ҡыҙға, эшләһә лә, өлгөрөп барҙы, курсташ ҡыҙҙарына ла ярҙамсы булды. Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тип ысынлап та Рәшиҙә тураһында әйтелгән. Ул үҙенең баҫалҡылығы, ғәҙеллеге менән иптәштәренән айырылып торҙо.
Рәшит тә Өфөлә бик яҡшы уҡыны, лекцияны аңламай ҡал-ған курсташтарына һәр ваҡыт ярҙам итте. Һәр бер имтиханын уңышлы тапшырҙы. Ятаҡханала иптәштәре менән дә татыу тор- ҙо. Курсташтары төрлө кисәләр, дискотекалар ойошторҙо. Тик Рәшитте былар береһе лә ҡы-ҙыҡһындырманы. Уның иң яратҡан урыны китапхана, күп ваҡытын шунда үткәрҙе. Рәшиҙәгә хатты көн дә яҙҙы, һағына ине ул һөйөклөһөн! Үҙе ауылға ҡайт-ҡанда, Рәшиҙәне Мәсәғүттән кереп алды, унһыҙ бер ҡасан да ҡайтманы.
Курсташ ҡыҙҙары ла гел генә Рәшит янында уралдылар. Араларында Зөһрә исемлеһе үтергә лә ирек бирмәне. Атаһы завод директоры икән. Зөһрәнең имтихан биргәнен күреүсе лә булманы. Лекцияларға йөрөй ине егеттәр ауларға. Рәшитте йә дискотекаға, йә киноға саҡыра. Йөрөй торғас, бер яйын тапты Рәшитте эләктерергә.
‒ Бөгөн минең тыуған көнөм, барығыҙҙы ла алдағы йәкшәмбегә ял базаһына саҡырам. Группа менән киләһегеҙ, тулай торлаҡтан автобус килеп аласаҡ.
Рәшиттең бер ҙә барғыһы килмәне, күңеле тартманы. Группалағы егеттәр:
‒ Ҡасан беҙҙе кем шулай һыйлар? ‒ тип ауыҙ ҙа астырманылар, Рәшитте тәки күндерҙеләр. Автобус ял базаһына килеп туҡтауға, ҡаршыға Зөһрә йүгереп килеп сыҡты:
‒ Әйҙәгеҙ, банкет залына үтәбеҙ.
Зөһрәне күреүгә, егеттәр асҡан ауыҙҙарын ябырға онотоп ҡатып ҡалдылар. Ҡыҫҡа итәкле, кәүҙәһенә һылашып торған бик матур күлдәк, бейек каблуклы туфли, макияж, причёска! Зөһрә артискаға оҡшап ҡалғайны.
‒ Ниңә ҡаттығыҙ, үтегеҙ. Һеҙҙе генә көтәбеҙ, табын әҙер, ‒ тип ул дуҫтарын саҡырҙы.
Йәштәр шаугөр килеп өҫтәл артына ултырыштылар. Староста Илгиз барыһы исеменән дә Зөһрәне ҡотланы, бүләк тапшыр-ҙы. Сәхнәлә йырсылар, Зөһрәне ҡотлап, бер туҡтамай йырланылар. Бейеү көйө башланғас, барыһының да күңелдәре күтәрелеп китте. Зөһрә йүгереп килеп Рәшитте вальсҡа саҡырҙы. Рәшиттең ҡуйынына һыйынып, әкрен генә әйләнде. Егеттәр Рәшиткә көнләшеп ҡараны:
‒ Ниндәй ҡыҙ бит ә! Үҙе ҡуйынына керә, матур, тағы нимә етмәй, ҡасып йөрөй, ‒ тине егеттәр.
Табында иҫерткес эсемлектәр булмаһа ла, барыһына ла бик күңелле. Өҫтәлдә төрлө ризыҡтар, ҡош теле генә юҡ! Эсемлектәрҙән һуттарҙың да теләгәнен һайлап эс. Бейеү көйҙәре бер-бер артлы алышынып торҙо, әкрен бейеүҙән твистҡа күстеләр. Зөһрә Рәшиттән бер минутҡа ла айырылмай, гел янында булды.
‒ Рәшит, мине бөгөн оҙатырһың, йәме, ‒ тип ҡуйынына нығыраҡ һыйынды. Егеттең ҡаршы килерлек көсө ҡалманы, сибәркәйҙең наҙына тамам эрене.
Ҡунаҡтар таралышҡас, Рәшит Зөһрәне оҙатып китте. Ҙур өй янына такси килеп туҡтағас, Рәшит хушлаша башлағайны, Зөһрә ауыҙ ҙа астырмай, егетте елтерәтеп өйгә алып кереп китте:
‒ Мин һине сәй эсермәйенсә ебәрмәйем.
Рәшиттең бындай йортто ғүмерҙә лә күргәне юҡ. Ул мебелдәр иҫ китмәле матур, ул отделкаһы яңыса дизайн менән башҡарылған, ул һауыт-һаба боронғо стилдә! Өйҙә бер кем дә юҡ, аулаҡ. Егеткә был хәл бер аҙ шомло булып тойолдо. Ҡыҙ сәй әҙерләне. Икәүләп сөкөрләшеп оҙаҡ итеп сәй эстеләр. Рәшит ҡайтырға йыйынғайны, Зөһрә тағы ҡаршы төштө:
‒ Һуң инде, мин һиңә икенсе этажда урын йәйәмен, үҙем беренсе этажда йоҡлармын, ‒ шулай һөйләнә-һөйләнә урын йәйҙе. Рәшит ныҡ арығайны, ятыу менән йоҡлап китте. Кинәт ишек асылыуға ҡурҡып уянды, ҡараһа-а-а, зиннәтле йоҡо күлдәгендә генә йылмайып Зөһрә баҫып тора:
‒ Асыуланма инде, йоҡоңдан уяттым…
Рәшиттең башы әйләнде, зиһенен юғалтты, йәш ҡыҙҙың наҙына ҡаршы тора алманы…
Иртән ҡыштырлаған тауышҡа уянып киттеләр. Зөһрәнең ата-әсәһе ҡайтҡандар ҙа сәй эсергә йыйыналар икән. Йәштәр әкрен генә кейенделәр ҙә кухняға керҙеләр.
‒ Атай, әсәй, таныш булығыҙ, был минең егетем Рәшит.
‒ Мансур ағайың булам, ‒ тип күреште атаһы.
‒ Әсмә апайың булам, ‒ тине әсәһе. ‒ Әйҙәгеҙ, балалар, табын-ға!
Өҫтәл артында әкрен генә таныша башланылар, егеттең ата-әсәһен һораштылар. Бер аҙ һөйләшкәндән һуң, Рәшит:
– Ғәфү итегеҙ, мин ҡайтайым. Миңә китергә ваҡыт. Һау булығыҙ! ‒ тине.
Зөһрә оҙата сыҡты:
‒ Үкенмәйһеңме, йәнем, шулай көтмәгән хәл килеп сыҡ- ҡанға?
Рәшит Зөһрәне ҡосаҡлап ирендәренән үпте лә:
‒ Нисек үкенергә була, айырылып яныңдан һис китәһе килмәй, һин бит ожмах ҡошо!
– Иртәгә институтта осрашырбыҙ, ҡәҙерлем!
Фәниә Шәрипова.

Автор:Айгуль  Шарапова