Мәсетле тормошо
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Июнь 2021, 16:00

Йырлаусы ауыл

Район мәҙәниәт һарайында ауыл биләмәләренең “Йырлаусы ауыл” республика конкурсының II этабы уҙҙы.

Йырсыларҙың ижади бәйгеһендә райондың ауыл биләмәләренән 21 солист һәм 8 вокаль ансамбль үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтте. Конкурс программаһын Республика халыҡ ижады үҙәгенең вокал-хор жанры буйынса төп белгесе Наталья
Кондакова ҡатнашлығындағы компетентлы жюри баһаланы.
Жюри алдында төрлө жанрҙағы, халыҡ йырынан алып эстрада йырына тиклем, вокаль сығыштар яңғыраны.
Абсолют еңеүсе исеменә лайыҡ булдылар:
“15 йәшкә тиклем яңғыҙ башҡарыусылар” номинацияһында: Фирҙәүес Мөхәмәтова – Дыуан-Мәсетле ауылы, Мария Кобякова – Кесе Ыҡтамаҡ ауылы, Нәркәс Бәҙретдинова – Ләмәҙтамаҡ ауылы.
“36-55 йәштәге яңғыҙ башҡарыусылар” номинацияһында: Анфиса Ҡунаҡбаева – Йонос ауылы, Илфат Ниғмәтуллин – Йонос ауылы.
“56 йәштән өлкән яңғыҙ башҡарыусылар” номинацияһында: Зоя Панишева – Түбәнге Бобин ауылы һәм Дина Фаризова – Абдулла ауылы.
“56 йәштән өлкән йәштәгеләрҙең фольклор ансамбле”: Йонос үҙәкләштерелгән клуб системаһының “Ынйылар” башҡорт фольклор ансамбле (етәксеһе – Зифа Сәлмәнова).
Был уникаль марафон көҙ миҙгелендә Өфө ҡалаһында Гала-концерт менән йомғаҡлана. Баш ҡалабыҙ сәхнәһендә беҙҙең һәләтле, үҙешмәкәр башҡарыусыларыбыҙ үҙҙәренең оҫталығын күрһәтеп, лайыҡлы сығыш яһарына ышанабыҙ.
Мәҙәниәт бүлеге.