Мәсетле тормошо
+14 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Июнь 2021, 15:30

Таҡмаҡтар конкурсы

Кесе Ыҡтамаҡ ауыл клубында славян яҙмаһы һәм мәҙәниәтенә арналған “Шаян таҡмаҡтар” район конкурсы уҙҙы.

Унда Түбәнге Бобин, Әләгәҙ, Оло Ыҡтамаҡ, Ишәле, Буртаковка, Кесе Ыҡтамаҡ ауылдарынан һәм Дыуан районынан дүрт балалар коллективы, өс солист, өс дуэт, трио, дүрт өлкән коллектив ҡатнашты.
Уларҙың ижадын мәҙәниәт бүлегенең баш белгесе Лариса Худякова етәкселегендә “Елань” рус халыҡ йыры коллективы етәксеһе Адис Ғабдуллин, “Яраҫтау егеттәре” ир-егеттәр халыҡ ансамбле етәксеһе Юрий Корионовтан торған жюри баһаланы.
Сәхнәнән рус гармунына ҡушылып шаян таҡмаҡтар, халыҡ йырҙары яңғыраны.
Еңеүселәрҙе тантаналы ҡотлау ауыл клубы янындағы аҡланда уҙҙы.
Бүләктәрҙе Мәсетле районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова, Кесе Ыҡтамаҡ ауыл Советы башлығы Степан Гуштюк һәм “Яраҫтау егеттәре” ир-егеттәр халыҡ ансамбле етәксеһе Юрий Корионов тапшырҙы.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса “Балалар, ансамбл-дәр” номинацияһында Түбәнге Бобин ауыл клубының “Йәйғор” вокаль ансамбле (етәксеһе – Лариса Каменца) – III дәрәжә дипломына, “Александр Невский” исемендәге хәрби-патриотик клубының “Криница” вокаль ансамбле (Валентина Сизова) II дәрәжә дипломына лайыҡ булды, ә I дәрәжә дипломын район Мәҙәниәт һарайының “Родничок” өлгөлө фольклор ансамбле (Валентина Сизова) алды.
“Өлкәндәр, ансамблдәр” номинацияһында Буртаковка ауыл клубының “Сударушка” рус йыры фольклор ансамбле (Наталья Меркурьева) – III дәрәжә диплом, Мәсәғүт ауылы “Әй таңдары” рус халыҡ йыры ир-егеттәр хоры төркөмө (Людмила Полушкина) – II дәрәжә диплом, “Рябинушка” рус халыҡ йыры ансамбле (Валентина Сизова) I дәрәжә диплом менән билдәләнде.
“Солистар” (өлкәндәр) номинацияһында Түбәнге Бобин ауылынан Зоя Панишева еңеүсе тип табылды.
“Дуэт, трио” номинацияһында ҡатнашҡандары өсөн Түбәнге Бобин ауыл клубынан Л. Каменца һәм М. Дегтярева, Кесе Ыҡтамаҡ ауыл клубының “Сейә баҡсаһы” триоһы, Ишәле ауыл клубының “Хазина” ансамбле диплом менән бүләкләнде.
Сара конкурсанттарҙан тыш, район ҡунаҡтары ҡатнашлығындағы гала-концерт менән тамамланды.
Йырҙарҙың лирик кәйефе, шаян көй, күңелле таҡмаҡтар тамашасы һәм ҡатнашыусыларҙың күңелдәрен күтәреп, яҡты эҙ ҡалдырҙы.