Мәсетле тормошо
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Июнь 2021, 11:00

Ағылды моң...

Өфө ҡалаһында “21 быуат славяндары” республика конкурсы сиктәрендә Славян яҙыуы һәм мәҙәниәте көнөн байрам итеү уңайынан Республика халыҡ ижады үҙәге мәҙәниәт йортонда “Тыуған яҡ йырҙары” V республика боронғо рус йыры асыҡ конкурсы уҙҙы.

Унда Башҡортостан Республикаһы, Пермь һәм Свердловск өлкәләренән 30 ижади коллектив ҡатнашты.
Программа сиктәрендә сарала ҡатнашыусылар Өфө районы Ҡыҙыл Яр ауылында ойошторолған “Ҡыҙыл Ярҙа булдыҡ беҙ!” ХХХ рус йыры республика байрамында концерт программаһы менән сығыш яһаны.
Район мәҙәниәт һарайының “Рябинушка” рус йыры халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе – Валентина Сизова) тамашасыларға уҙған быуатта район халҡы ижад иткән боронғо йырҙарын тәҡдим итте.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса ижади коллектив III дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булды. Шулай уҡ “Рябинушка” ансамбленә тыуған яҡтың боронғо йыр йолаларын һаҡлағандары өсөн “Башҡортостан рустары соборы” йәмәғәт ойошмаһы диплом һәм иҫтәлекле сувенир тапшырҙы.
Мәҙәниәт бүлеге.