Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Апрель 2021, 09:45

Тыуып үҫкән ерҙән илһам алып

Башҡортостандың халыҡ артисы, бар донъяға билдәле виртуоз ҡумыҙсы тыуған ерендә юбилейын билдәләне.

Миңлеғәфүр Зәйнетдиновты ижади кисәһендә ҡотларға яҡташтары, ауылдаштары, коллегалары, туғандары һәм дуҫтары йыйылды.
Юбиляр адресына бик күп йылы һүҙҙәр яңғыраны. Мәсетле районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова: “Районда Миңлеғәфүр Зәйнетдинов менән ғорурланалар, хөрмәтләйҙәр һәм ижадына һоҡланалар”, – тип белдерҙе. Салауат районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғилманов та юбиляр менән бергә эшләү тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе.
Миңлеғәфүр Миңлеәхмәт улы яҡташы, илһамландырған уҡытыусыһы – донъя кимәлендәге виртуоз ҡумыҙсы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Роберт Заһретдинов хаҡында хәтирәләре менән уртаҡлашты.
Музыкант үҙе Миңлеғәфүр Зәйнетдинов исемендәге кубокка Халыҡ-ара онлайн ҡумыҙҙа уйнаусылар видеоконкурсының “Яңғыҙ башҡарыу. Балалар” номинацияһында I дәрәжә лауреаты Ильвир Мәғәфүровҡа, II дәрәжә лауреаты Алтынай Ғәлимоваға һәм конкурста ҡатнашыусы Илгизә Лоҡмановаға приздар тап- шырҙы.
Шулай уҡ кисәлә “Әй ауазы” район ҡумыҙсылары конкурсына йомғаҡ яһалды. Өлкәндәр төркөмөндә беренсе урынға “Мираҫ” ансамбле лайыҡ булды (Һөләймән ауылы, етәксеһе – Әлфинә Зәйнетдинова), 16 йәштән өлкән яңғыҙ башҡарыусылар араһында – Илгизә Лоҡманова (Ләмәҙтамаҡ ауылы), 16 йәшкә тиклемге яңғыҙ башҡарыусыларҙан – Ильвир Мәғәфүров (Әжекәй ауылы).
Өлкән төркөмдә икенсе урынға “Һоя” ансамбле сыҡты (Теләш ауылы, Ринат Тәҡиуллин), балалар төркөмө араһында – “Сулпылар” ансамбле (Йонос ауылы, Зифа Сәлмәнова), 16 йәштән өлкән башҡарыусылар араһында – Айсыуаҡ Ханнанов (Бурансы ауылы) һәм Инсаф Вәлиев (Туҡбай ауылы), 16 йәшкә тиклем – Алһыу Сафина (Тәкә ауылы) һәм Алтынай Ғәлимова (Ишәле ауылы).
Өлкән төркөмдә өсөнсө урынға “Ҡошсолар” (Ләмәҙтамаҡ ауылы, Илгизә Лоҡманова) һәм “Байрам” (Дыуан-Мәсетле ауылы, Данис Ғәлимов) ансамблдәре лайыҡ булды, балалар төркөмө араһында – “Ауаз” ансамбле (Яңы Яуыш ауылы, Денис Нәбиуллин), 16 йәштән өлкән башҡарыусылар араһында – Данил Ғилмийәров (Ғүмәр ауылы) һәм Ридан Зәйнетдинов (Һөләймән ауылы), 16 йәшкә тиклем – Фир-ҙәүес Мөхәмәтова (Дыуан-Мәсетле ауылы) һәм Гөлгизә Иштуғанова (Йыланыш ауылы).
Һүрәттә: Жюри ағзаһы Энгельс Ғәлиәкбәров (һулда) һәм “Әй ауазы” район конкурсының I дәрәжә дипломы менән билдәләнеүселәр: Әлфинә Зәйнетдинова, Ильвир Мәғәфүров, Илгизә Лоҡманова.