Мәсетле тормошо
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Апрель 2021, 14:20

Мәҙәни мираҫ һаҡлана

15 апрелдә Башҡортостан Республикаһында Милли кейем көнө уңайынан Түбәнге Бобин мәктәбе уҡыусылары өсөн “Рус халыҡ костюмы” темаһына фольклор дәресе уҙҙы.

Байрам барышында йәш тамашасылар Мәсетле районының рус мәҙәни мираҫы менән танышты, уларҙың йөҙ йыл элек кейгән кейемдәре – ситса күлдәк, боронғо салбар, сылғау, сабата, алъяпҡыс, ҡатын-ҡыҙҙар күлдәге, сарафан, шулай уҡ кейем элементтарының атамаларын өйрәнде.
Балалар “Родничок” өлгөлө фольклор коллективы һәм Мәҙәниәт һарайының “Рябинушка” халыҡ ансамбле баш-ҡарыуында боронғо рус йырҙарын ихлас тыңланы.
А. Невский исемендәге казак хәрби-патриотик клубы тәрбиәләнеүселәре мәктәп уҡыусыларына традицион казак кейеменән тыш, казак шашкаһы, сынйыр һәм баш-ҡа атрибуттар менән фланкировка күнекмәләре күр-һәтте. Байрам рус халыҡ уйындары менән тамамланды.
Сарала ҡатнашыусылар, традицион рус мәҙәниәте менән танышып, бик күп ыңғай тәьҫораттар алды.
Мәҙәниәт бүлеге.