Мәсетле тормошо
+24 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
2 Апрель 2021, 12:00

“Сулпан” һәм “Яҙмыш” – райондың иң яҡшы театр коллективтары

“Мәсетле хазиналары” театр коллективтары район конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда 17 театр коллективы ҡатнашты. Район Мәҙәниәт һарайы белгестәренән торған жюри художество ниәте, актерҙарса башҡарыу оҫталығын, музыкаль биҙәлеште, декорацияны баһаланы. Конкурсҡа йомғаҡ яһалып, еңеүселәр һәм номинанттар билдәләнде.

Үҙәкләштерелгән клуб системалары араһында “Сулпан” халыҡ драма коллективы (етәксеһе – Ришат Дигашев, Оло Аҡа ауылы) еңеүсе тип табылды. II дәрәжә дипломын – “Йәйғор” коллективы (Эльвира Латипова, Яңы Мишәр ауылы), III дәрәжә дипломын “Рәйхан” коллективы (Ринат Тәҡиуллин, Теләш ауылы) яуланы.
Ауыл клубтары араһында “Яҙмыш” коллективының сығышы (етәксеһе – Регина Әхмәтйәнова, Иҫке Мишәр ауылы) иң яҡшы театрлаштырылған тамаша тип табылды. Икенсе урынды “Шәфәҡ” коллективы (Ләлә Насырова, Айып ауылы) яуланы. Өсөнсө урынды “Гәүһәр” (Раушания Иштуғанова, Йыланыш ауылы) һәм “Күңелле ҡыҙҙар” коллективтары (Наталья Меркурьева, Буртаковка ауылы) бүлеште.
“Кесе формаларҙы һаҡлаған өсөн” номинацияһына “Тамаша” коллективы (етәксеһе – Ильзида Ғәйнетдинова, Дыуан-Мәсетле ауылы) сыҡты. “Театр сәнғәтен һаҡлаған өсөн” номинацияһында “Ләйсән” (Роза Ибраһимова, Абдулла ауылы), “Хазина” (Әлфинә Зәйнетдинова, Һөләймән ауылы) һәм “Шатлыҡ” (Нәзир Мостафин, Тайыш ауылы) коллективтары билдәләнде.
“Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле” дипломына Таңһылыу Мөхәмәтуллина (Айып ауылы), Дина Фарызова (Абдулла ауылы) һәм Әлфирә Кәлимуллина (Оло Аҡа ауылы) лайыҡ булды.
“Иң яҡшы ир-егет роле” номинацияһында Финат Әхмәтшин (Дыуан-Мәсетле ауылы) һәм Ғәлимхан Әхмәтйәнов (Иҫке Мишәр ауылы) диплом яуланы.