Мәсетле тормошо
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Март 2021, 16:50

Театр – ул хистәр даръяһы

Йыл һайын 27 мартта Бөтә донъя театр көнө билдәләнә. Был көн театр коллективтары, актерҙар һәм режиссерҙар өсөн генә түгел, беҙгә, ябай тамашасыларға ла, ҙур әһәмиәткә эйә. Сөнки сәхнәлә артистар-ҙың сағыу сығыштарынан беҙ ҙә онотолмаҫ хис-тойғолар кисерәбеҙ.

“Театр – сағылдырыусы көҙгө түгел, ә ҙурайтыусы быяла ул”, – тигән Владимир Маяковский. Ысынлап та шулай: сәхнәләштерелгән әҫәрҙәр хис-тойғоларҙан тыш уйланырға урын ҡалдыра, үҙебеҙҙең етешһеҙлектәрҙе һәм тормоштағы кире күренештәрҙе күрергә өйрәтә. Театр беҙҙә яҡшыраҡ булыу, донъяны йәмлерәк итеү теләге уята.
Мәсетле районы ауылдарында күп йылдар дауамында театр коллективтары эшләп килә. Улар араһында театр коллективтары фестивале уҙғарыу хәҙер яҡшы йолаға әүерелде. Бындай саралар ярҙамында хатта бәләкәй ауылдар халҡы ла сәхнә әҫәрҙәрен ҡарау мөмкинлегенә эйә.
Район театр коллективтары араһында “Сулпан” халыҡ драма коллективы сағыу вәкил булып тора. Уның рәсми теркәлеү йылы булып 2007 йыл иҫәпләнһә лә, Оло Аҡа ауылының һәүәҫкәр артистары драма ижады менән күпкә алданыраҡ шөғөлләнә башлаған. Әле ауылда ағас клуб торғанда уҡ ике өлкәндәр һәм бер балалар драма түңәрәктәре эшләгән. Артистар, күрше ауылдарға сығып, тамашасыларға ыңғай хис-тойғолар бүләк иткән.
Оҙаҡ йылдар дауамында ижади коллектив менән Римма Әхмәтова, Нурзилә Ғатауллина, Фәйзелхаҡ Хөсниәров, Рәйсә Баҡыева, Альбина Әхәтова етәкселек итә. Төрлө йылдарҙа Ғәбделйән Нуриев, Флүрә Ғәниева, Флүрә Ризванова, Фридрих Ғәниев, Мөхәмәтнур һәм Шамил Хәйбуллиндар, Наилә һәм Вәкил Ғәниевтар, Хәйерниса һәм Ғәзиз Дигашевтар, Римма һәм Рифат Саяровтар, Радик, Фирҙәүес һәм Рәмил Бәҙәмшиндар, Нурзилә Ғатауллина, Рәйлә Ризова, Илдар Сәғҙәтов, Зәфилә Мөхәмәтова, Лена Ғәйнанова һәм башҡалар, үҙ ролдәрен бирелеп китеп оҫта башҡарып, ауылдаштарын һөйөндөрҙө. Улар халыҡ иғтибарына Мирхәйҙәр Фәйзинең “Ғәлиәбаныу”, Хәбибулла Ибраһимовтың “Башмағым”, Кәрим Тинчуриндың “Зәңгәр шәл”, Мостай Кәримдең “Ҡыҙ урлау” пьесаларын һәм башҡа бик күп сәхнә әҫәрҙәре тәҡдим итте. Ҙур тәжрибә туплаған коллектив ижади яҡтан өлгөрөп етеүен күрһәтте һәм тамашасыларҙы оҫталыҡтары менән яуланы.
“Оло Аҡа. Ауыл тарихы” китабында Булат Дәүләтбаев мәктәп драма түңәрәктәре тураһында былай тип яҙа: “Драма түңәрәктәрен ойоштороусылар һәм актерҙар булып уҡытыу-сылар Вәкил Ғәниев, Наилә Мөхтәрова, Флүрә Хәсәнова, Розалия Хисамова һәм башҡалар торҙолар. Фридрих Ғәниев оло талантҡа эйә ине. Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһында уның башҡарыуындағы Диуана роле тамашасыларҙы ныҡ тулҡынландырҙы”.
Бөгөн ижади коллектив менән Ришат Дигашев етәкселек итә. Ауыл клубы мөдире Фәрит Ғибәҙуллин, мәҙәни саралар ойоштороусы Миләүшә Хафизова, Оло Аҡа мәктәбенең татар теле уҡытыусыһы Альбина Нуриева, пенсионерҙар Илдар Ханов һәм ҡатын-ҡыҙҙар ролен иң оҫта башҡарыусы булараҡ күп һанлы дипломдар эйәһе Әлфирә Кәлимуллина төп ролдәрҙе башҡаралар. Шулай уҡ Әснәф Сәйетов, Илдар Рамазанов, Альберт Хәйбуллин ролгә оҫта инәләр. Декорация һәм костюмдар-ҙы артистар үҙҙәре әҙерләй.
Коллективтың репертуары йыл һайын яңы спектаклдәр менән тулылана. Оло Аҡа ауылы халҡынан тыш “Сулпан” театры пьесаларын башҡа ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә ҡарау мөмкинлегенә эйә.
2014 йылда коллектив “Алтын тирмә” республика фестивалендә ҡатнашты. Юғары художество кимәле һәм башҡарыу оҫталығы өсөн уға “Халыҡ коллективы” исеме бирелгән.
“Сулпан” район смотрҙарында ҡатнашып, призлы урындар яулай. Театр йылына арналған “Мәсетле хазиналары-2019” театр коллективтары район фестивалендә еңеүҙәрен айырым билдәләп үтеү кәрәк. Артистары фестивалдең I дәрәжә дипломына эйә булды, ә актерҙар Ришат Дигашев менән Илдар Рамазанов “Иң яҡшы ирҙәр роле” номинацияһында билдәләнде.
– Ауыл ерендә театр – ул, тәү сиратта, аралашыу, көндәлек мәшәҡәттәрҙән арынып, күңелдәргә ял алыу сараһы, – ти театр коллективы етәксеһе Ришат Дигашев. – Беҙ реаль проблемалар сағылған пьесаларҙы ла һайлайбыҙ һәм уны тамашасыға комедия йәки драма аша еткерәбеҙ.
Оло Аҡала ижади тормош бөгөн дә сағыу пландар һәм ҡыҙыҡлы идеялар менән ҡайнай. Күптән түгел “Мәсетле хазиналары-2021” фестивале старт алды. Унда “Сулпан” драма коллективы Наил Ғәйетбаевтың ике бүлектән торған “Аты барҙың – дәрте бар” комедияһын тәҡдим итте.