Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
24 Март 2021, 10:00

Ҡошсолар ҡорға йыйылды

Ағымдағы йылда Мәсетле районында I Төбәк-ара Ҡошсо ырыуы йыйыны уҙғарыу планлаштырылған. Уҙған йома сараға әҙерлек маҡсатында район Мәҙәниәт һарайында ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы. Уның эшендә Мәсетле, Дыуан, Балаҡатай, Ҡыйғы, Салауат райондары һәм Свердловск өлкәһенең Красноуфимск, Әртә, Әчит ҡалалары вәкилдәре ҡатнашты.

Килгән ҡунаҡтарҙы район Мәҙәниәт һарайы фойеһында ҡаршы алдылар. Делегаттар Ҡошсо ырыуының боронғо әйберҙәренән, көнкүреш предметтарынан, өҫ кейеменән, һауыт-һабаһынан торған күргәҙмә менән танышты, кейеҙҙән әйбер баҫыу һәм муйынса эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрелде, ҡайһы бер ауылдар ырыуҙарының шәжәрәләре тәҡдим ителде.
Килгән ҡунаҡтарҙы һәм ырыу вәкилдәрен Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин сәләмләне. “Был сара – беҙҙең уҙғаныбыҙға, йолаларыбыҙға, тыуған яҡ һәм уның кешеләренә ихтирам һәм хөрмәт, – тип билдәләп уҙҙы ул. – Ҡошсо ырыуы вәкилдәре Фәйзрахман Зәғәфуранов, Вафа Әхмәҙуллин, Нәжибә Мәҡсүтова кеүек үҙҙәренең данлыҡлы, лайыҡлы кешеләре менән хаҡлы ғорурлана ала. Ойошторолған сара Ҡошсо ырыуының артабан үҫешенә яҡшы башланғыс буласаҡ”.
Тарих фәндәре кандидаты Флүр Дусмөхәмәтов конференцияла ҡатнашыусыларҙы ырыу тарихы менән таныштыр-ҙы. Башҡорт дәүләт университеты доценты, башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше буйынса комиссия кураторы Нурислам Ҡалмантаев үҙенең сығышында һәр ырыуҙың мөһимлеген күрһәтте:
– Ырыуҙар бер-берҙәренән айырылып тороуҙарына ҡарамаҫтан, улар тиң хоҡуҡлы. Улар араһында төп һәм икенсел, ҙур һәм бәләкәйҙәр булманы һәм булмаясаҡ та. Беҙ күп төрлөлөгөбөҙ менән байбыҙ, шуның менән көслөбөҙ.
Шулай уҡ “Башҡорт википедияһы” проекты етәксеһе Рөстәм Ғатауллин, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе Азат Ярмуллин, Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Гөлфинә Юламанова үҙҙәренең фекере менән уртаҡлашты.
Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Виталий Ихъяев үҙ ғаиләһенең тарихы, өлкә биләмәһендә башҡорттарҙың ассимиляцияһы һәм бөгөн нисек йәшәүҙәре тураһында хәбәр итте.
Ҡошсо ырыуы йыйынына әҙерлек эштәре барышы тураһында Мәсетле районы башҡорттары ҡоролтайы аҡһаҡалы Әхмәтнур Хафизов һөйләне.
Фекер алышыуҙарҙан һәм һорауҙарға яуап алғандан һуң, пленар өлөшкә йомғаҡ яһалды. Конференцияның резолюцияһын аныҡларға, йыйынды уҙғарыу көнөн билдәләргә, ырыу-ҙың герб һәм гимнын уйларға ҡарар ителде.
Киләһе йыйын юғары кимәлдә уҙһын өсөн эшләйһе эштәр алда күп әле.
Белешмә
Ҡошсо – Әй буйы башҡорттары төркөмөнә ҡараған башҡорт ырыуы. Ҡошсо ырыуы башҡорттары үҙҙәрен “Ҡошҡа һунар итеүсе” тип иҫәпләйҙәр. “Википедия” сервисы мәғлүмәттәре буйынса, Ҡошсо ырыуы тәү башлап Һамар һәм Мәләкәҫ йылғалары буйында урынлашҡандар. Һуңғараҡ Ыҡ тамағына, артабан Башҡортостандың төньяғына һәм Әй йылғаһы буйҙарына килеп төпләнгәндәр. Ҡошсоларҙың этник йөҙөнә көнбайыштан килгән ерһеҙ ҡәбиләләр һәм Иҙел буйы татарҙары йоғонто яһай.
XXIII быуат һуңы – XIX быуат башында ҡәбилә Оло ҡошсо һәм Кесе ҡошсо ырыуына бүленә. Ҡошсо баш-ҡорттары Мәсетле, Дыуан, Балаҡатай райондары, Свердловск өлкәһенең Красноуфимск, Әртә, Әчит ҡала округы биләмәләрендә таралып йәшәй.