Мәсетле тормошо
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Февраль 2021, 17:00

Ростов өлкәһендә 112-се Башҡорт атлы дивизияһының мультимедиа стенды асыла

Ростов өлкәһендәге яңы музей комплексында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына арналған мультимедиа системаһы эшләй башлай.

2020 йылдың авгусында «Самбек ҡалҡыулығы» милли хәрби-тарихи музей комплексы асылды. Тантана Ростов өлкәһен немец илбаҫарҙарынан азат итеү көнөнә арналған ине.
Комплекстың бер өлөшө баштан уҡ 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына тәғәйенләнде. Ростов өлкәһенең башҡорт йәмәғәтселәре һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы көсө менән музейға дивизияның хәрби байрағының күсермәһе, дивизия яугирҙәре атып төшөргән немец самолетынан эшләнгән еҙ ҡурай, кавалеристар эйәре, бетеү, ҡамсы һәм Башҡортостан Республикаһының Үҙәк архивында һаҡланған документтар һәм фотоһүрәттәрҙең күсермәләре килтерелде.
«Ошо көндәрҙә экспозицияға Рәсәй Геройы, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов ҡылысының күсермәһе ҡушылды. Музей етәкселегенә уны Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ағзалары Марсель Тойғонов, Артур Ғайсаров һәм Ростов өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мәхмүт Сәлимов тапшырҙы», — тип хәбәр иттеләр Башҡорт ҡоролтайынан.
Шулай уҡ делегаттар музейға мультимедиалы гид музейы өсөн махсус эшләнгән аппарат тапшырҙы. Хәҙер тамашасы 112-се Башҡорт кавалерия дивизиһына арналған стендҡа яҡынайһа, махсус датчик эшләй башлай һәм башҡорт яугирҙәренең хәрби юлы һәм тарихы тураһында аудио-белешмә яңғырай.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги: музей