Мәсетле тормошо
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
22 Ғинуар 2021, 14:15
Өфөлә «Тамға» халыҡ-ара конкурсының иң яҡшы эштәре күргәҙмәһе асыла
3 февралдә Башҡортостан Республикаһының Милли музейында «Тамға» башҡорт милли кейеме оҫталары халыҡ-ара конкурсының иң яҡшы эштәренән күргәҙмә ойошторола.
Экспозицияға республика район-ҡалаларынан тыш, күрше төбәктәрҙә йәшәгән авторҙарҙың да үҙенсәлекле изделиелары индерелә. Бында билдәле авторҙарҙың милли кейем темаһына арналған эштәре фотокүргәҙмәһен дә күрергә мөмкин. Күргәҙмә барышында проект еңеүселәренән төрлө темаларға оҫталыҡ дәрестәре ойошторола.
Экспозиция 2021 йылдың 28 февраленә тиклем эшләй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Тамға»
башҡорт милли кейеме оҫталарының
халыҡ-ара конкурсы тәүге тапҡыр 2020 йылда уҙғарылды. Проекттың маҡсаты — милли кейемдең үҙенсәлекле ҡиммәттәренә иғтибарҙы йәлеп итеү.
Проекттың финалында Өфө, Туймазы ҡалалары, Салауат районы, Силәбе, Ҡурған өлкәләре, Мәскәү ҡалаһы һәм Ҡаҙағстан Республикаһы оҫталары, рәссамдары, дизайнерҙары ҡатнашты.
«Реконструкция» номинацияһында Гран-приҙы «Мәргән уҡсы» ойошмаһы етәксеһе, реконструктор Юлай Ғәлиуллин яуланы.
Фото
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Теги:
күргәҙмә
https://www.bashinform.ru/bash/1549191/
Новости партнеров
Синоптиктарға ышанырғамы, Рәйес бабайғамы?
“Җиде бала үстек әткәй белән...”
О чём говорят немые колонны Уфы