Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Ғинуар 2021, 15:55

Башҡорт ҡоролтайы 2021 йылға эш планы менән таныштыра һәм журналистарға гранттар тапшыра

22 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 3-тә «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының конференц-холында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошманың 2021 йылға эш пландары хаҡында матбуғат конференцияһы үткәрә.

Матбуғат конференцияһында Башҡорт ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының башҡорт халҡының тарихы һәм үҫеше мәсьәләләре комиссияһы рәйесе Азат Ярмуллин, комиссия рәйесе урынбаҫары Юлдаш Йосопов сығыш яһай.
Спикерҙар Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән Башҡорт тарихы йылы, шулай уҡ тематик йылдың программаһын ғәмәлгә ашырыу барышында планлаштырылған саралар тураһында ентекле мәғлүмәт әҙерләй.
Икенсе өлөштә киң мәғлүмәт сараларында, социаль селтәрҙәрҙә башҡорт халҡының телен, мәҙәниәтен, тарихын һәм хәҙергеһен популярлаштырыуға йүнәлтелгән проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү өсөн конкурс еңеүселәре бүләкләнә. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың декабрендә Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды иғлан иткән конкурс Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә уҙғарыла.
Конкурстың маҡсаты – киң мәғлүмәт сараларында һәм һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт теле тураһында контентты арттырыу, телгә һәм халыҡҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу. Йомғаҡ ай һайын яһала, жюри ағзалары биш еңеүсене һайлай, улар 10 000 һумлыҡ сертификат менән бүләкләнә.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы