«Аҙ ғына эш хаҡына ултырған ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн «Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре» кеүек ниндәйҙер дәртләндереү сараһын уйлап табырға кәрәк, беҙҙә ундай параметрҙар бар, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Ауылда дәртле генә хеҙмәткәр – ҙур булмаған Мәҙәниәт йорто директоры булһа, тормош ҡайнап тора, олоһо ла, кесеһе лә ҡатнаша. Мәҙәниәт йорттары буйынса артабанғы эште әүҙем алып барырға кәрәк, улар беҙҙә төрлө хәлдә. Тағы ла күберәк төҙөү зарур, төҙөлөш блогы ярҙам итер».
«Күпселек мәҙәниәт учреждениеларын яптыҡ. Түҙгәнегеҙ өсөн рәхмәт, мәҙәниәт менән бәйле барлыҡ сараларҙы тәртипле үткәрәһегеҙ, шуның өсөн ҙур рәхмәт», — тине Радий Хәбиров.