Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
25 Декабрь 2020, 12:30

Башҡортостанда 1922 йылғы аслыҡ тураһында тарихи фильм төшөрөлә башланы

Башҡортостанда «Хәйбулла» тарихи триллеры өҫтөндә эш башланды. «Башинформ» агентлығына фильм авторҙары хәбәр итеүенсә, был драма-ғибрәтле хикәйә була. Йәй көнө башланған эш ҡышҡыһын да дауам итә.

Әле авторҙар өҫтәмә финанслау сығанаҡтарын эҙләй, һәр төрлө спонсор ярҙамын ҡабул итергә әҙер.
Фильм Баймаҡ районында булған хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән.1922 йылғы аслыҡтан һуң республика халҡы миллионға тиерлек кәмегән. Халыҡтың 90% ашыуы аслыҡтан интеккән, күптәре үлгән. Һәләкәт иң юғары нөктәһенә еткәс, мәйет, кеше ашау башланған.
Хәйбулла ғаиләһен аслыҡтан ҡотҡарам тип, халҡы тамағын туйҙырыу өсөн барыһына ла әҙер булған күрше ауылға юғалған атын эҙләргә бара. Төп ролде – Хәйбулланы блогер һәм сәйәхәтсе Денис Өмөтбаев башҡара.
«Хәйбулла» фильмының режиссеры — Рөстәм Шәйхетдинов. Сценарист — Санкт-Петербург кино һәм телевидение институты магистры Даниил Рази. Оператор — «Ника-2020» премияһы эйәһе Айрат Йәмилев. Ҡуйыусы рәссам – Урал Мәхийәнов.
Бөгөнгә фильм төшөрөү өсөн урын табылған, актерҙар төркөмө раҫланған, ижади команда тупланған. 20-се быуаттың ҡот осҡос фажиғәһенә шаһит булғандарҙың тоҡомо һөйләүе буйынса тизер һәм «Ҙур аслыҡ» документаль фильмы әҙерләнгән.
Фильмдың проекты Бөтә Рәсәй дебютанттар питчингы барышында IV Башҡорт питчингы еңеүсеһе булды. Фильм Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы булышлығында төшөрөлә.
Ләйлә Аралбаева
Теги: кино