Мәсетле тормошо
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
11 Декабрь 2020, 16:25

Пандемия артистар тормошона нисек тәьҫир иткән?

Социаль селтәрҙәрҙә Рәсәй шоу-бизнесы “йондоҙҙары” концерт һәм гастроль эшмәкәрлегенә ҡарата индерелгән сикләүҙәр менән риза булмауы хаҡында әленән-әле белдереп ала.

Ә беҙҙең тарафта билдәле йырсылар был йәһәттән ниндәй фекерҙә? Пандемия осоронда концерт ойоштороуҙан файҙа бармы? Кемдәр нимә менән шөғөлләнә?
Күптәрҙең яратҡан йырсыһы Ришат Төхвәтуллин тамашасыларын ноябрь аҙағында Өфөләге Йәштәр мәҙәниәт һарайында үткән концертына йыйҙы шулай ҙа. Ә бына декабрь аҙағына Пермь крайына тәғәйенләгән гастролен март айына күсергән. Уның ҡарауы әле Ришат Төхвәтуллин Татарстандың һигеҙ ҡалаһы буйлап гастролдәрен башлап ебәргән.
Йырсының администраторы Илгиз ufa.aif.ru баҫмаһына түбәндәгеләрҙе хәбәр иткән: “Мәжбүри ял ваҡытында Ришат ял итте, спорт менән шөғөлләнде, яңы йырҙар яҙҙырҙы. Был ҡатмарлы мәлде ул бик тыныс ҡабул итә, үтә ныҡ финанс ауырлыҡтар ҙа юҡ, сөнки банкет, корпоратив һәм рәсми сығыштарҙы бер кем дә юҡҡа сығарманы”.
Элвин Грей ҙа (Радик Юлъяҡшин) пандемияның ыңғай яҡтарын күрергә тырыша. “Өйҙә тыныс шарттарҙа альбом яҙҙырыуға мөмкинлек тыуҙы, элек быға ваҡыт ҡалмай торғайны”, - тигән ул. Шулай уҡ Радик уның лейблына яҙылған артистар менән шөғөлләнергә лә ваҡыт таба. Сикләүҙәргә ҡарамай, ул гастроль турын дауам итә.
Айҙар Ғәлимов 30 октябрҙәге концертынан һуң барлыҡ сығыштарын күсергән. Әле ул яңы йырҙар яҙҙырыу менән шөғөлләнә, шулай уҡ Башҡортостан юлдаш һәм Татарстан телеканалдары өсөн Яңы йыл программаларында төшөү менән мәшғүл.
Фото: allufa.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова