Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Ноябрь 2020, 13:00

“Һандуғас моңо-2020”

Ырымбур өлкәһендә “Һандуғас моңо-2020” башҡорт йыры фестивале уҙҙы. Быйыл уны онлайн-форматта уҙғарыу ҡаралды.

Фестивалдә Мәсетле районы исеменән Айгүзәл Исмәғилева сығыш яһаны һәм III дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Айгүзәл – Дыуан-Мәсетле мәктәбенең өсөнсө класында уҡый. Ул Балалар сән-ғәт мәктәбендә Рәғиҙә Сәхәүетдинова етәкселеге аҫтында белем ала. “Гөлдәр” вокаль ансамбле, “Бөрлөгән” бейеү коллективы составында ауылда һәм районда үткән мәҙәни сараларҙа әүҙем ҡатнаша.