Мәсетле тормошо
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
5 Ноябрь 2020, 12:50

Халҡы өсөн эшләй

Йонос ауыл биләмәһе талантлы кешеләре менән дан тота. Ошондай һәләтле шәхестәрҙең береһе – Әб- дрәхим ауылынан Сәриә Таһирова. Һәр ваҡыт әүҙем булып ҡалған Сәриә апай оҙаҡ йылдар мәҙәниәт өлкәһендә эшләй, абруй яулаған, ауылының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша.

– Мин ауылыбыҙ халҡына хеҙмәт итә алыуыма бик шатмын. Беҙҙә халыҡ шундай ихлас һәм алсаҡ. Эшмәкәрлегемә бәйле ауылдаштарҙы төрлө саралар һәм байрамдар уҙғарыуға йәлеп итергә тура килә. Улар-ҙың бер ҡасан да баш тартҡандары юҡ, рәхмәтем ҙур уларға, – ти мәҙәниәт хеҙмәткәре.
Сәриә Саҙретдин ҡыҙы Йонос ауылында тыуып үҫкән. Мәктәп тамамлағандан һуң Йоматау ауыл хужалығы техникумында бухгалтерлыҡҡа уҡып сыҡҡан. Диплом алғас, тыуған ауылына әйләнеп ҡайта һәм Салауат Юлаев исемендәге колхозда эшләй башлай. Шунда ул буласаҡ тормош иптәшен – механизатор булып эшләп йөрөгән Бикбулат Таһировты осрата.
Уларҙың йәшлек йылдары колхоздың сәскә атҡан сағына тура килә. Сәриә Саҙретдин ҡыҙы бигерәк тә бейергә ярата, шуға ла уны колхоз ҡарамағында ойошторолған “Йәшлек” ансамбленә саҡыралар. Уларҙы бейергә өйрәтергә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Йәүҙәт Бикбирҙин килә.
“Йәшлек” ансамбле күп сараларҙа ҡатнаша һәм Өфөлә “Аҡтирмә”лә Мәсетле районы исеменән сығыш яһай. Ошо ваҡыттан алып, республика мәҙәниәт-ағартыу училищеһында ситтән тороп уҡығандан һуң, ул мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәт итә.
Бөгөн ауыл клубы “Әйле” ансамбле һәм “Ағинәйҙәр” ҡоро менән дан тота. Концерттарҙа ауыл ирҙәре лә әүҙем ҡатнаша, бигерәк тә Наил Зиннәтуллин менән Илфат Зәбихуллин.
Сәриә Саҙретдин ҡыҙы йәштәрҙән торған “Ҡошсоҡтар” ҡумыҙсылар ансамбле менән етәкселек итә.
Афғанстанда һәләк булған яҡташтары Рафаэль Хәйерзаманов иҫтәлегенә Әбдрәхимдә Ришат Ғилметдинов ойоштороуында йыл һайын волейбол буйынса кубок уҙғарыла. Сәриә Таһирова был саранан ситтә ҡалмай – һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша.