Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
4 Сентябрь 2020, 19:00

Ижади конкурстар еңеүселәре

Район мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары, ҡатмарлы хәлдәргә ҡарамаҫтан, яҡташтарын үҙҙәренең уңыштары менән һөйөндөрөүен дауам итә.

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығына һәм шул йылдарҙа Баш-ҡортостан Республикаһы территорияһында башҡарылған рус халыҡ йырҙарын эҙләүгә арналған боронғо рус йырҙары конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда Башҡортостандан һәм Белгород өлкәһенән бөтәһе 47 яңғыҙ башҡарыусы һәм 46 ижади коллектив ҡатнашҡан.
Конкурс йомғаҡтары буйынса район мәҙәниәт йортоноң “Рябинушка” халыҡ ансамбленә (етәксеһе Валентина Сизова) III дәрәжә лауреаты исеме бирелгән. Буртаковка ауыл клубының “Сударушка” (Наталья Меркурьева) һәм Түбәнге Бобин ауыл клубының “Сельские зори” (Лариса Каменца) вокаль ансамблдәре республика конкурсының I дәрәжә дипломы менән бүләкләнгән.
Бынан тыш “Сударушка” ансамбле “Йыл асышы” номинацияһында махсус дипломға лайыҡ булған. “Солистар” номинацияһында Валентина Сизова III дәрәжә дипломы менән бүләкләнгән.
Бөтә концерт программаларының даими ҡатнашыусыһы “Ихлас” вокаль ансамбле (етәксеһе Илзида Сөнәғәтова) репертуарының бай, сағыу һәм төрлө булыуы арҡаһында, тамашасыларҙың һөйөүен бик тиҙ яуланы.
Әлеге ижади миҙгелдә коллектив тәүге тапҡыр вокаль конкурстарҙа үҙ көсөн һынап ҡарай башланы. Шуларҙың береһе – “Интонация. Голос” халыҡ-ара вокал сәнғәте конкурсы. Коллектив конкурсҡа “Йүкәүер генәйем” башҡорт халыҡ йырын тәҡдим иткән һәм I дәрәжә лауреаты дипломына лайыҡ булған.
“Беҙ Бөйөк держава өсөн” Бөтә Рәсәй музыкаль проект сиктәрендә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнал-ған “Һуғыш йылдары йырҙары” конкурсы үткән. Ул, бөгөнгө көн талаптарына ярашлы, ситтән тороп ойошторолған.
Конкурста өс йәштән алып ҡатнашҡандар. Шуныһы һөйөнөслө, еңеүселәр араһында мәсетлеләр ҙә бар: “Нәфис һүҙ” номинацияһында “Елань” рус йырҙары халыҡ ансамб- ле – I, Сабина Әхтәмова III урын яулаған.
Алтай крайында Михаил Евдокимов исемендәге XII Бөтә Рәсәй халыҡ ижады һәм спорт фестивале үткән. Был сарала район мәҙәниәт йортоноң “Әй” халыҡ бейеү ансамбле, жюри хөкөмөнә “Башҡорт яугирҙары” бейеүен тәҡдим итеп, тағы ла бер тапҡыр үҙенең юғары хореографик оҫталыҡҡа эйә булыуын раҫлаған. Улар III дәрәжә лауреат дипломы менән бүләкләнгән.
Мәсетле районының талантлы йырсы һәм бейеүселәренә артабан да уңыштар йылмайыуын, яңынан-яңы үрҙәр, еңеүҙәр теләйбеҙ!