Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Август 2020, 17:00

Уларҙы ижад берләштерә

“Alliance” рок төркөмө (инглиз теленән тәржемә иткәндә – “берләшеү”) – Оло Ыҡтамаҡ ауылында йәшәүсе дүрт егеттән тора.

Ун йыл элек самаһы улар Балалар сәнғәт мәктәбендә гитара буйынса дәрестәргә йөрөгән. Музыка менән мауығыу йәштәрҙе 2012 йылда бер төркөмгә берләштерә.
Роман Вольт – мультиинструменталист, вокалист һәм йырҙар авторы, Денис Ғәрифуллин – ударник, Тимофей Йосопов гитарала һәм Илья Казанцев бас-гитарала уйнай. Егеттәр эшләп йөрөйҙәр, ә һөнәрҙәре ижад менән бөтөнләй бәйләнмәгән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, музыка уларҙың тормошоноң айырылғыһыҙ бер өлөшөнә әйләнгән.
– Музыка беҙҙең өсөн ярат-ҡан шөғөл генә түгел, – ти улар. – Был үҙ-үҙеңде асыу, йәшәү мәғәнәһе, шуға ла бөтә буш ваҡытты музыкаға арнайбыҙ. Бында уҡытыусыбыҙ Юрий Малышевтың хеҙмәте ҙур, уға беҙ бик рәхмәтлебеҙ.
Төркөм Кесе Ыҡтамаҡ ауыл клубында шөғөлләнә. Уларға клубтың тауыш режиссеры Евгений Ладилов ҙур ярҙам күрһәтә. Егеттәр себер тарафтарында эшләп йөрөһәләр ҙә, гитаранан айырылмайҙар.
“Нимә тураһында йырлайһығыҙ?” –тигән һорауға, бына нимә тип яуап ҡайтарҙылар:
– Беҙҙең йырҙар – кеше күңелен һәр саҡ тулҡынландырған мөхәббәт, дуҫлыҡ, күңел кисерештәре хаҡында.
Әлегә репертуарҙарында 30-ҙан ашыу йыр бар. Улар төрлө конкурстарҙа ҡатнаша. 2017 йылда Бөрө ҡалаһында уҙған “Керәшен һыуыҡтары” төбәк-ара фестиваль-конкурсының I дәрәжә лауреаты исемен яулайҙар.
Бөгөн егеттәр музыка өлкәһендә белемдәрен камиллаштырыу өҫтөндә эшләй һәм был уларға оҡшай.