Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
8 Июнь 2020, 12:10

Йыр-бейеүһеҙ йәшәү мөмкин түгел

Пандемия шарттарында ла район Мәҙәниәт һарайы үҙ эшен дауам итә, ул онлайн-режимда бара. Солис-тар, ижади коллективтар, ансамблдәр дистанцион рәүештә республика һәм район кимәлендәге төрлө фес-тивалдәрҙә, конкурстарҙа ҡатнаша. Шулай уҡ “Бәйләнештә” социаль селтәрендә балалар һәм өлкәндәр өсөн флешмобтар, конкурс-тар ойоштора. Уларҙың һөҙөмтәләре менән гәзит уҡыусыларыбыҙҙы таныштырабыҙ.

Иң яҡшылар
иҫәбендәләр
“Тыуған ер йырҙары” IV асыҡ республика конкурсының һөҙөмтәләре билдәле булды. Ул “Ҡыҙыл Ярҙа булдыҡ беҙ!” XXIX боронғо рус йыр-ҙары фольклор байрамы сиктәрендә үтте.
Конкурсты ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто, Өфө районы хакимиәте һәм Башҡортостан рус-тары соборы сығыш яһаны.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, конкурсҡа Рәсәй Федерацияһының биш төбәгенән – Башҡортостан һәм Удмуртия республикаларынан, Белгород, Һамар, Силәбе һәм Вологодск өлкәләренән бөтәһе 84 заявка ҡабул ителгән.
30 солист араһында яҡташыбыҙ Сабина Әхтәмова I дәрәжә лауреаты дипломы менән бүләкләнә, Радик Шәрәфисламов – II дәрәжә лауреаты.
“Коллективтар” номинацияһында ҡатнашырға теләүселәр бик күп була. 39 коллектив араһынан “Елань” рус йыр-ҙары халыҡ ансамбле (етәксеһе – Адис Ғабдуллин) I дәрәжә лауреаты исеменә лайыҡ була.
Йырлы флешмоб
Рәсәй көнө алдынан район Мәҙәниәт һарайы “Широка страна моя родная” йыр флешмобы иғлан итте.
Районыбыҙҙың ауыл биләмәләре бер-бер артлы флешмобҡа ҡушыла. Ҡатнашыусылар башҡарыуында В. Лебедев-Кумач шиғырына композитор И. Дунаевский яҙған йыр, илебеҙҙең бөйөклөгөн данлап, таныш моңдар һәм таныш һүҙҙәр менән яңғырай.
Берҙәм хеҙмәт һөҙөмтәһендә бар сығыштарҙы берләштергән видеояҙма эшләнәсәк. Был беҙҙә уртаҡ тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ өсөн ғорурлыҡ тойғоһо уята.
Грант конкурсы
лауреаттары
Ҡырым Республикаһының “Планетаның киләсәге” төбәк-ара ижади үҫеш йәмәғәт ойошмаһы ойошторған “Мәҙәни байлыҡ” II Халыҡ-ара грант онлайн-конкурсына йомғаҡ яһалды.
Конкурс ете номинацияла уҙғарылды, унда Рәсәйҙең бар мөйөштәренән 350-нән ашыу коллектив ҡатнашты. Эштәрҙе Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалалары, Ҡырым Республикаһы мәҙәниәт белгестәре баһаланы.
Был конкурста район Мәҙәниәт һарайының “Еҙ үксә” халыҡ бейеүе ансамбле (етәксеһе – Илфат Йосопов) “Шаяндар” бейеүе менән ҡатнашты һәм I дәрәжә лауреат исемен яуланы. Коллектив Сочи ҡалаһында уҙасаҡ “Рәсәйҙең һәләтле балалары-2020” милли премияһы тапшырыу тантанаһына саҡырылды.
Мәсетле
йондоҙсоҡтары
Район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәренән торған жюри ауыл биләмәләренән 92 ҡыҙ һәм малай ҡатнашҡан “Мәсетле йондоҙсоғо-2020” ситтән тороп ҡатнашыу конкурсына йомғаҡ яһаны.
“Вокаль ижад” номинацияһында 3 йәштән 6 йәшкә тиклемгеләр араһында Оло Ыҡтамаҡтан Юлана Әхтәмова менән Һөләймәндән Нәдир Зәйнетдинов еңеүселәр тип табылды.
6 – 10 йәшлектәр араһында Оло Ыҡтамаҡтан Мария Хөсәйенова, Иҫке Мишәрҙән Рушанна Хәлилова, Әжекәйҙән Артур Исламов, Яуыштан Анастасия Избәкиева, Оло Ыҡтамаҡтан Виктория Панова иң матур сығыш яһанылар.
10 – 17 йәштәге йәш мәсетлеләр араһында Оло Ыҡтамаҡтан Зарина Сөнәғәтова, Дыуан-Мәсетленән Фирҙәүес Мөхәмәтова, Әләгәҙҙән Йәмилә Кузнецова, Яңы Мишәрҙән Гөлназ Ханова, Ләмәҙтамаҡтан Нәркәс Бәҙретдинова, Аделина Шаһимәрҙәнова айырылып торҙолар.
Вокаль ансамблдәрҙән Оло Ыҡтамаҡтан “Забава” һәм “Каприз” еңеү яуланы.
“Хореография” номинацияһында эстрада бейеүҙәре башҡарыусылар араһында Йонос үҙәкләштерелгән клуб сис-темаһынан Рәғиҙә Солтанова, Оло Ыҡтамаҡтан Эльнара һәм Ралина Әсмәндиәровалар, халыҡ бейеүен башҡарыусылар араһында район үҙәгенән Алина Мөфтәева һәм Таңһылыу Ғиләзетдинова билдәләнде.
“Биҙәү-ҡулланма сәнғәте” номинацияһында еңеүселәр: Иҫке Мишәрҙән Ислам Ғарипов, Ҡотош ауылының “Йәй-ғор” балалар баҡсаһынан Ильвина Зиннәтуллина, Алина Ахунова, Евгений Горский, Илһам Ғиниәтов, Динислам Ғиниәтов, Оло Ыҡтамаҡтан Эльнара Әсмәндиәрова, Туймазы районының Иҫке Ҡандра ауылынан Никита Этричев, Оло Ыҡтамаҡтан Аделина Заһиҙуллина, Ралина Әсмәндиәрова, Әжекәй-ҙән Айгүзәл Әсбапова, Айбулат Әсбапов, Иҫке Мишәрҙән Наилә Муллабаева, Яңы Мишәрҙән Гөлназ Ханова, Теләштән Алһыу Минғолова.
“Инструменталь ижад” номинацияһында – Оло Ыҡтамаҡтан Алия Йоносова, Яуыштан Арсен Солтанов, Илнур Абдрахманов, Ишәленән Алтынай Ғәлимова, Түбәнге Бобиндан Софья Кобякова.
“Нәфис һүҙ” номинацияһында Һөләймәндән Амилия Хажиева, Теләштән Данияр Тәҡиуллин, Яуыштан Диана Вәхитова, Әләгәҙҙән Алина Ғиниәтова, Йоностан Диана Нәжметдинова, Айгүзәл Фәттәхова, Эльвина Иҡсанова, Айзилә Вәхитова еңеүселәр тип табылды.
Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла электрон дипломдар менән бүләкләнде.