Мәсетле тормошо
+13 °С
Облачно
Мәҙәниәт
18 Апреля 2020, 18:55

Башҡорт драма театрының «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле Пушкин фестивалендә ҡатнаша

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле Пушкин фестивалендә ҡатнаша.

Фестиваль Псков театрында, тәүге тапҡыр онлайн форматында уҙғарыла. Был турала Башҡорт театрының баш режиссеры, спектаклде ҡуйыусы Айрат Абушахманов хәбәр итте.
«Әлегә арт-директорҙан саҡырыу алдыҡ. Бер-ике көн рус телендә титрҙар яҙҙырабыҙ һәм уларға видеояҙма ебәрәбеҙ. Спектакль күсереп алыуҙы тыйған программа менән 24 сәғәт эсендә күрһәтелә», — тип һөйләне Айрат Абушахманов.
Онлайн форматында күрһәткән өсөн тәүгә театрға гонорар түләнә, тип билдәләне баш режиссер.
ww.bashinform.ru/news/1439770-spektakl-bashdrama-zuleykha-otkryvaet-glaza-primet-uchastie-v-pushkinskom-festivale/
Ләйлә Аралбаева
Теги: театр