«108 номерҙың 12-һе генә гала-концертҡа үтте. Улар иҫәбендә беҙ ҙә бар, — тип хәбәр итте «Зөбәржәт» ансамбле етәксеһе Зөлфирә Сәлимова. — Татарстандың танылған артистары Рәсим Низамов, Вил Усманов, Наил Сәғәҙиев, Эльвира Хәйруллина, Рөстәм Нәсибуллин һәм башҡалар менән бергә бер сәхнәлә сығыш яһау бик оҡшаны».
Конкурс Татарстан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Свердловск өлкәһенең Мәҙәниәт министрлығы, Бөтөн донъя татарҙары конгресының башҡарма комитеты, Татарстан Республикаһының Свердловск өлкәһендәге даими вәкиллеге, «Свердловск өлкәһе татарҙары конгресы (Урал татарҙары)» төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Свердловск дәүләт өлкә Халыҡ ижады һарайы булышлығында ойошторолдо.
Фестивалдең төп маҡсаты: татар халыҡ йырын һәм татар композиторҙары әҫәрҙәрен, татарҙарҙың милли мираҫын популярлаштырыу; балаларҙы һәм йәштәрҙе татар халыҡ музыкаһына, туған теленә, тарихына һәм мәҙәниәтенә ылыҡтырыу; татар халыҡ йырҙарын һәм татар композиторҙары әҫәрҙәрен башҡарған һәләттәргә ярҙам итеү.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Ләйлә Аралбаева