Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
10 Март 2020, 22:00

Бергәләп күңеллерәк

“Зөбәржәт” һәм “Йәш йөрәктәр” ансамблдәрен берләштергән “Наурыз” халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле булдырылғанға быйыл февралдә бер йыл тулды.

Уларҙа Оло Ыҡтамаҡ, Оло Аҡа, Яңы Мөслим, Әжекәй, Ләмәҙтамаҡ, Ҡорғат һәм башҡа ауылдарҙан 60-80 йәшлек 27 кеше шөғөлләнә.Ансамблдең бер йыл ғына сығыш яһауына ҡарамаҫтан, ул Башҡортостандың 100 йыллығына арналған район конкурсында II дәрәжә лауреат, “Яратам һине, тормош!” республика конкурсының “Иң яҡшы оркестр” номинация-һында еңеүсе булып өлгөрҙө. Ансамблдә ҡатнашыусылар ауыл биләмәләренә концерттар менән бик теләп сыға. Быйыл беҙ “Ҡарағай” шифаханаһында һәм Оло Аҡала сығыш яһаныҡ. Күптән түгел коллективҡа педагогик хеҙмәт ветераны Мәрйәм Кәбирова килеп ҡушылды. - “Наурыз” ансамбле мине ҡеүәтле һәм халыҡсан булыуы менән ҡыҙыҡһындырҙы. Татыу коллективта миңә музыка ҡоралында уйнау, йырлау, аралашыу оҡшай. Атайым йәш сағында скрипкала уйнаған, әммә беҙ, балалары, уның теләген тормошҡа ашыра алманыҡ: уға скрипка һатып алып бирмәнек. Күңелдә үкенес тороп ҡалды. Хәҙер үҙемдең скрипкала уйнарға өйрәнеү теләге тыуҙы, атайымдың, һуғыш ветеранының, хыялын тормош-ҡа ашырырға ине, – ти ул. Ансамбль өлкән быуын кешеләренең мәҙәни ялын байыта, уларҙы өйҙәренән сығарып, асылмай ҡалған һәләттәрен аса. Ансамблдә ҡатнашыусыларҙың күңел торошо төрлөсә булып китергә мөмкин, әммә улар ансамблдә үҙҙәрен күпкә йәшерәк тоя. Паспорттағы йәш улар өсөн һан ғына. Хөрмәтле мәсетлеләр! Күңелегеҙ менән шулай уҡ йәш булып ҡалырға һәм әүҙем тормош алып барырға теләһәгеҙ, һеҙҙең дә беҙҙең ансамблгә ҡушылыу мөмкинлеге бар. Халыҡ музыка ҡоралдарында уйнай белеүегеҙ һайлап алғанда һеҙгә өҫтөнлөк бирәсәк.Беҙ аҙнаһына ике тапҡыр район Мәҙәниәт һарайы бинаһында шөғөлләнәбеҙ. Күнекмәләр бушлай уҙғарыла. Ансамблгә яҙылыу мәсьәләһе буйынса 8-917-449-49-66 һандары буйынса шылтыратырға мөмкин.