Мәсетле тормошо
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
3 Март 2020, 19:00

Ҡышты оҙаттылар

Ҡышты оҙатып, яҙҙы ҡаршылау – борондан килгән матур йола.

Үткән шәмбе мәсетлеләр Оло Ыҡтамаҡ ауылының үҙәк майҙанында күңелле итеп ҡышты оҙатты.
Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова сәләмләне. Артабан балалар ҙа, өлкәндәр ҙә район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән күңелле уйындарҙа, конкурстарҙа, йомаҡ сисеүҙә ихлас ҡатнашты. Еңеүселәр приздарға эйә булды.
Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, “Рябинушка” һәм “Елань” үҙешмәкәр художестволы ансамблдәре, шулай уҡ А. Нев-ский исемендәге хәрби-патриотик клубында тәрбиәләнеүселәр һәм уларҙың ата-әсәләре тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙары барыһының да кәйефен күтәрҙе.
Йәштәр үҙәге белгестәре “Бергә” хәрәкәте һәм “Йәш гвардия” ағзалары менән бергә шәфҡәтлелек акцияһы уҙғарҙы: үҙҙәре бешергән ҡоймаҡ таратты.
Сара ғәҙәттәгесә ҡыш менән хушлашыу тантанаһының иң ҡыҙыҡлы мәле – ҡыштың китеүен, боҙ иреүен, яҙҙың килеүен һәм тәбиғәттең уяныуын символлаштырған Масленица һынын яндырыу менән тамамланды. Масленица менән бергә бөтә бәлә-ҡазалар яна, уңышһыҙлыҡтар көл булып күккә оса, ә ерҙә тик изгелек кенә ҡала тип иҫәпләнә.