Сәләмләү һүҙҙәре менән йыйылыусыларға Гөлназ Халиҡ ҡыҙы мөрәжәғәт итте. Ул Мәсетле районының мәҙәниәт тармағында ижади, әүҙем кешеләр, үҙ эшенең ысын профессионалдары эшләүен билдәләне һәм оҙаҡ йылдар һөнәренә тоғро ҡалып, район үҫешенә үҙ өлөшөн индереүселәрҙең барыһына ла рәхмәт әйтте.
Клуб учреждениеларының былтырғы эшмәкәрлек йомғаҡтары менән район мәҙәниәт һарайы директоры Радик Шәрәфисламов таныштырҙы. Ул ирешелгән уңыштар, район мәҙәниәте өлкәһендәге яңылыҡтар тураһында һөйләне. Үткән йылдың уңышлы һәм тулы йөкмәткеле булыуын билдәләне. Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика конкурстары һәм фестивалдәрендәге барлыҡ ҡаҙаныштарын һанап үтте.
Артабан директорҙар эшмәкәрлектәренә йомғаҡ яһаны: Мәсетле биләмә-ара китапхана системаһы – Светлана Ғәлимова, Мәсетле тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы – Нәзирә Әхкәмова һәм Балалар сәнғәт мәктәбе – Лариса Фәрхетдинова.
Иң яҡшы мәҙәниәт учреждениелары: Яңы Мишәр клуб системаһы методисы Эльвира Латипова менән Мәсетле биләмә-ара китапхана системаһының Ләмәҙтамаҡ филиалы китапханасыһы Илгизә Лоҡманова үҙҙәренең эш тәжрибәләре менән уртаҡлашты.
2020 йылда мәҙәни-ял учреждениелары эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре тураһында мәҙәниәт бүлегенең ойоштороу-методика эше буйынса мөдире Лариса Худякова һөйләне. Улар: Хәтер һәм Дан йылын, 2020 йылғы Бөтөн донъя фольклориадаһын ойоштороп уҙғарыу, Мәсетле районының 90 йыллығын байрам итеү һәм башҡалар.
Мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡы тураһында баш бухгалтер Ғәлиә Сәлимова мәғлүмәтләндерҙе.
Йомғаҡ яһап, хакимиәт башлығы урынбаҫары проблемаларҙы билдәләне, йыйылғандарҙың барыһына ла конструктив, уңышлы эш теләне һәм артабанғы хеҙмәттәшлеккә өндәне.
Кәңәшмә барышында 2019 йылғы эш йомғаҡтары – Биләмә-ара китапхана системаһы филиалдары араһында “Быуаттар вертикалдәре” әҙәби марафоны һәм “Халыҡ традициялары ынйылары” район фольклор коллективтары конкурсы буйынса мәҙәниәт учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен (һүрәттә) тантаналы ҡотлап үттеләр.