Мәсетле тормошо
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Февраль 2020, 13:00

“Башҡортостан ынйылары-2020”

Район мәҙәниәт һарайында уҡыу-тикшеренеү эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүсе уҡыусылар театр-фольклор төркөмдәренең “Башҡортостан ынйылары-2020” конкурс-фестиваленең зональ этабы үтте.

Беҙҙең районда Мәсетле, Ҡыйғы һәм Дыуан райондары командалары осрашты.
Конкурс башланғансы фойела Пионерҙар һәм уҡыусылар йортоноң ижади берекмәләрендә шөғөлләнеүселәрҙең эштәре күрһәтелде.
Фестиваль матур башҡорт бейеүе менән асылды. Сығышында район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова халҡыбыҙҙың фольклорын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлап ҡалыу киләсәк быуындың ҡулында булыуын белдерҙе.
Ҡыйғы районынан “Аңлы, ижади Аҡйондоҙ” коллективы тыуған ауылдарында булған 1739-1740 йылдарҙағы ихтилал ваҡиғаларын яҡтыртыусы “Һуңғы аҙым” тамашаһын күрһәтте. Конкурс йомғаҡтары буйынса был коллектив беренсе урын алды.
Мәсетле районының “Тамсылар” коллективы (Яңы Мишәр мәктәбе) “Ҡанатлы баһадир” спектаклендә Советтар Союзы Геройы, осоусы Ҡотдос Латиповтың тормошон күрһәтеп, икенсе урынға лайыҡ булды.
Дыуан районынан “Әйлеләр” коллективы “Рәми Ғариповтың тормошо һәм ижады”н күрһәтеп, өсөнсө булды. Башҡорт шағирының әҫәрҙәре уҡылды, уның шиғырҙарына яҙылған йырҙар башҡарылды.
“Урындағы материалды асыу” номинацияһында “Тамсылар” мәсетлеләр командаһы грамота менән билдәләнде. “Төп герой образын асыу” номинацияһында беҙҙең район балалары алдынғы позицияларҙы биләне, Йәмил Шаһиев – беренсе, ә Айнур Ураҙғолов маҡтаулы икенсе урын алды.
Сығыштар араһында конкурсанттарға үҙҙәре менән таныштырырға һәм флешмоб үткәрергә ҡушылды. Был заданиены барыһы ла яҡшы үтәй алды.
Жюри баһаларын көткән арала балаларға таланттарын һәм үҙҙәрен конкурстарҙа күрһәтергә мөмкинлек бир- ҙеләр. Берәүҙәр йырланы, икенселәр думбырала уйнаны һәм хатта тамашасыларға КВН күрһәтте.
Сара һуңында сәй эсеү һәм Мәсетле районы музейына поход ойошторолдо.