Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған тантаналы саралар теҙмәһен район Мәҙәниәт һарайында кисә үткән Хәтер һәм дан йылын асыу тантанаһы башлап ебәрҙе. Сараны Мәсетле районы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Вадим Саҙиҡов менән социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫар Гөлназ Ҡадирова асты.
Тантаналы сарала сығыш яһаусылар совет халҡының батырлығы тураһында хәтерҙе мәңгеләштереү һәм үҫеп килгән быуын, ата-бабаларына оҡшап, бөйөк Еңеү өсөн ғорурлыҡ тойғоһо кисереп үҫһен өсөн барыһын да эшләргә кәрәклеген, атай-олатайҙарыбыҙҙың миллионлаған ғүмерҙәрҙе ҡорбан итеп, фашизмды туҡтатыуҙары, беҙгә тыныслыҡ һәм азатлыҡ бүләк итеүҙәре тураһында хәтерләргә бурыслы булыуыбыҙ тураһында билдәләп үтте.
– Бөгөн төп бурыс – совет халҡының героик батырлығы тураһында тарихи хәтерҙе һаҡлау, – тип билдәләне үҙ сығышында Гөлназ Ҡадирова.
Артабан Гөлназ Халиҡ ҡыҙы “Еңеү салюты” район фестиваленә старт бирелеүе тураһында хәбәр итте. Фестивалдә тәүгеләрҙән булып Оло Аҡа ауыл биләмәһе сығыш яһаясаҡ, район предприятиелары һәм ойошмалары араһында – Рәсәй Эске эштәр министрлығының Мәсетле районы буйынса бүлеге. Уларға фестиваль штандартын казактар йәмғиәте һәм “Йәш армеецтар” хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәте ағзалары тапшырҙы.
Фестивалде йомғаҡлап, еңеүселәр ҡатнашлығында Гала-концерт уҙасаҡ.
Был байрам концертында һуғыш, хәтер һәм илебеҙҙе азат итеүселәрҙең даны, тыуған ер тураһында күп йырҙар яңғыраны. “Өлгөр”, “Әй”, “Ҡабырсаҡ”, “Еҙ үксә” бейеү ансамблдәре тамашасыларҙы сығыштары менән һөйөндөрҙө. “Әй һылыуҙары” халыҡ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле, “Зөбәржәт” татар йыры халыҡ ансамбле, Балалар сәнғәт мәктәбенең “Илһам” ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле, “Ялҡын” ирҙәр вокаль ансамбле, “Елань” һәм “Бирюсинка” рус йыры халыҡ ансамблдәре һәм башҡалар сәхнә түрен биҙәне. Сығыштар ваҡытында экранда хәрби ваҡиғаларҙан, һуғыштан һуңғы тыныс тормоштан күренештәр алмашынып торҙо.
Байрам концертын район Мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре “Үлемһеҙ полк” маршын хор менән башҡарып тамамланы. Ҡыҙҙар һәм малайҙар, концертта ҡатнашыусылар Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарының портреттары менән сәхнәгә сыҡты.