Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
7 Ғинуар 2020, 13:53

Яңы Уренгойҙа башҡорт Ҡыш бабайы менән Ҡарһылыуы бар!

Ҡаланың башҡорт автономияһы Ҡыш бабайҙар фестивалендә ҡатнашҡан.

Һәр Ҡыш бабай тамаша әҙерләгән. Башҡорт ойошмаһының әкиәтендә тамашасылар Мәскәй әбей, Шүрәле һәм халыҡ ижадының башҡа сағыу персонаждары менән танышты.
Бындай ҡыҙыҡлы сара Яңы Уренгой ҡалаһында 3-сө тапҡыр ойошторола һәм милли ойошмалар теләп ҡатнаша. Егермегә яҡын Ҡыш бабай араһында башҡортса һөйләшкән, милли әкиәттәр, йомаҡтар белгән, балаларҙың күңелен асҡан саф башҡорт бабайы ла булыуы ҡыуаныслы!
Яңылыҡ авторы: Гөлнур Ҡыуатова