Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Декабрь 2019, 16:00

Балалар театр коллективтары район конкурсы финалы

29 октябрҙән 10 декабргә тиклем “Театр калейдоскобы” район конкурсы үтте, унда балалар һәм үҫмерҙәр театр коллективтары ҡатнашты.

Конкурста мәктәпкәсә һәм мәктәптә белем биреү учреждениеларынан, шулай уҡ ауыл клубтарынан 50 балалар театр коллективы ҡатнашты. Программаға әкиәт, ҡурсаҡ театрҙары, музыкаль һәм башҡа жанрҙарҙы күрһәтеүсе постановкалар индерелгәйне.
Район конкурсы йомғаҡтары буйынса еңеүселәр
Мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары араһында:
I урын Яңы Яуыш ауылынан “Айгөл” балалар баҡсаһы коллективында (етәксеһе – Г. Әбделмәнова), II – Түбәнге Бобин ауылынан “Василек” балалар баҡсаһы театр коллективы (Е. Кобякова).
Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары араһында:
I урын – “Башаҡҡай” балалар баҡсаһы театр коллективы (Р. Кучерова), II – “Ромашка” балалар баҡсаһы театр коллективы (Р. Шәйәхмәтова), III – “Миләш” балалар баҡсаһы театр коллективы (Е. Кобякова).
“Иң яҡшы музыкаль-әҙәби композиция” номинацияһында Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы театр коллективы (А. Закирова), “Ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалаған өсөн” номинацияһында Оло Ыҡтамаҡ ауылының “Светлячок” балалар баҡсаһы театр коллективы (О. Корекова, З. Әмирова) еңеүсе булды.
Ауыл клубтары һәм мәктәптәр театр коллективтары: I урын – Һабанаҡ ауыл клубының “Гөрләүек” балалар театр коллективы (З. Ғәлимова), II – Әбдрәхим ауылының “Йондоҙсоҡтар” (етәкселәре З. Ғәйфуллина, Ф. Мөхөбуллина) һәм Әжекәй ауыл клубы “Ләйсән” (И. Әсбапова) балалар театр коллективтары, III – Ишәле ауыл клубы “Йондоҙ” (Р. Ғәлимова) һәм Буртаковка ауыл клубы “Балаганчик” (Н. Меркурьева) балалар театр коллективтары.
Үҙәкләштерелгән клуб системалары һәм мәктәптәр театр коллективтары араһында:
I урын – Оло Аҡа урта мәктәбенең “Йәшлек” (А. Нурыева), II – Яңы Мишәр урта мәктәбенең “Тамсылар” (Г. Ғүмәрова) һәм III – Теләш ауыл клубының “Йәшлек” (Г. Миңғолова) балалар театр коллективтары.
Номинацияларҙа еңеүселәр: “Театр сәнғәтен пропагандалаған өсөн” – 1-се Оло Ыҡтамаҡ лицейының “Золотой ключик” (О. Лысова һәм Д. Ҡуштыева), “Театр постановкаһын заманса биреү” – Әләгәҙ ауыл клубының “AZART” (Ю. Кузнецова), Кесе Ыҡтамаҡ ауыл клубының “Маски” (М. Паситова) театр коллективтары.
Иң сағыу йәш актерҙар махсус приз-дар менән билдәләнде:
“Образды сағыу кәүҙәләндергән өсөн” номинацияһында еңеүселәр: Ишәле ауылынан Алтынай Ғәлимова (Р. Ғәлимова); Дыуан-Мәсетленән Айгүзәл Абдуллина (И. Ғәйнетдинова); Һабанаҡтан Айназа Ғәлимова (З. Ғәлимова); Әләгәҙҙән Йәмилә Кузнецова (Ю. Кузнецова), Һөләймәндән Әлфирә Зәйнетдинова (Р. Зәйнетдинова); Яңы Мишәр-ҙән Айнур Ураҙғолов (Г. Ғүмәрова); Теләш ауылынан Таңсулпан Ҡәләмова, Диана Калганова; Түбәнге Бобиндан Родион Хәкимов (Е. Кобякова); Буртаковканан Эвелина Хужина (Н. Меркурьева); Дыуан-Мәсетленән Фирҙәүес Мөхәмәтова (Э. Исмәғилева); Дыуан-Мәсетленән Инсаф Вәлиев.
“Иң яҡшы режиссер эше” номинацияһында Оло Аҡа ауылынан Ришат Дигашев еңеүсе булды.
13 декабрҙә район Мәҙәниәт һарайында үткән финалға “I дәрәжә лауреат” исеменә эйә булыусы коллективтарҙың иң яҡшы постановкалары саҡырылғайны.
Алҡыштар, “артист” балаларҙың һәм тамашасыларҙың шатлыҡтан балҡыған күҙҙәре, көлгән тауыштар ижади атмосфера булдырҙы, балаларҙың үҙҙәренсә актерлыҡ уйындарында театр “рухы” һиҙелде. Тылсымлы театр калейдоскобын үҙенә табан бороп, һәр кем был конкурста “театр” тип аталған мөғжизәнең бер өлөшөн алды.
Мәсетле районы мәҙәниәт бүлеге.