Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Декабрь 2019, 16:00

Мәсетле районы фестиваль эстафетаһын ҡабул итте

Һәүәҫкәр театрҙар араһында Рәсәй Федерацияһында Театр йылына арналған республика фестиваль марафоны бара. Тамашасылар иғтибарына иң яҡшы спектаклдәрҙе тәҡдим итеп, билдәле сәнғәт һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре ҡатнашлығында бер райондан икенсеһенә “Театр йылы” эмблемаһы тапшырыла.

Икенсе декабрҙә Балаҡатай районы Мәҙәниәт һарайында Мәсетле районына штандарт тапшырылды. Был мәҙәни сарала Балаҡатай районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Лилиә Мулланурова менән Мәсетле районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гөлназ Ҡадирова ҡатнашты. Фестивалгә халыҡ ижады республика үҙәгенең театр сәнғәте буйынса баш белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Тәнзилә Ҡалмурзина ла килде. “Был марафон театр ҡуйыусылар өсөн үҙенә бер төрлө оҫталыҡ дәресе һәм тәжрибә менән уртаҡлашыу, ә ябай тамашасыға – ысын байрам” – тине ул үҙ сығышында һәм Балаҡатай, Мәсетле райондары театр коллективтарына фестиваль лауреаттары дипломы тапшырҙы.
Тамашасылар Мәсетле районы ҡунаҡтарын – “Илһам” халыҡ театр коллективын (етәксеһе – Эльвира Рамазанова) йылы ҡаршыланы. Беҙҙең район артистары балаҡатайҙарға Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһын тәҡдим итте.
Тамашасылар, тын да алмай, сәхнәләге иҫ китмәле үҙгәрештәрҙе күҙәтте. Тамаша дөрөҫ һайланған матур көйҙәр менән оҙатылып барҙы. Был иһә тамашасыға сәхнәләге ваҡиғаларға “сумырға” ярҙам итте.
Тамашасылар спектаклде әҙерләүсе төркөмдөң эшен һәм артистарҙың сығышын юғары баһаланы.
Мәсетле районы мәҙәниәт бүлеге.