Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
26 Ноябрь 2019, 15:00

Комедияны ҡарамай ҡалмағыҙ

Хөрмәтле театр һөйөүселәр!

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт баш-ҡорт драма театры Айгөл Әхмәтғәлиеваның “Ул бит кисә ине” комедияһы менән Мәсетле районына юл тота.

Маңлайыңа яҙылған яҙмышынды үҙгәртеп буламы икән? Нимә ул бәхетле тормош? Бер түбә аҫтында икәүләп йәшәп тә, айырым йәндәр булып ғүмер итеү өсөн йәшәйбеҙме ни? Бәлки, һинең яҙмышың эргәңдә генә йәшәйҙер? Әммә аҙ ғына сабырлыҡ кәрәк! Һинең яуырыныңда уңышһыҙ тәжрибәле тормош булһа ла үҙ-үҙеңә тәре ҡуйырға ярамай. Ысын мөхәббәт, бәлки, уйламаған ерҙә тоҡанып китер!

Дилара һәм Әсҡәт тап шундай хәлдә булалар. Осраҡлы ғына осрашыуҙан башланып китә яңы тормош. Әммә барыһы ла шулай ябай булмай шул. Мөнәсәбәттәргә күршеләр ҡыҫылмай буламы һуң инде? Тамашасыларҙы ғәҙәти булмаған, күңелле, иҫ китмәле ҡыҙыҡ ваҡиғалар көтә.

Килегеҙ, үкенмәҫһегеҙ, күңелле тамашала күңелегеҙ ял итеп ҡайтыр!


Реклама хоҡуғында.

1020202036414 һанлы ОГРН.