Сараның ойоштороусылары – Башҡорт-остан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге.
Фестивалдә Яңы Мишәр ауыл клубының “Ҡомартҡы” ҡабартмалы сигеү халыҡ коллективы (етәксеһе – Эльвира Латипова) ҡатнашты. Ижади коллектив изделиелар күргәҙмәһе һәм “Талир тәңкә” номинацияһында ҡабартмалы сигеү – этнографик костюм буйынса оҫталыҡ дәресе, шулай уҡ “Ҡотлау” номинацияһында ҡабартмалы сигеү менән биҙәлгән ҡатын-ҡыҙҙар кейемдәре коллекцияһын – этно стилдәге йәштәр костюмы әҙерләгән.
Конкурс йомғаҡтары буйынса “Ҡомартҡы” коллективы “Халыҡ костюмы традицияларын үҫтереү һәм һаҡлап ҡалыу” номинацияһында махсус диплом менән бүләкләнде.