Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
23 Сентябрь 2019, 14:00

Райондың мәҙәни тормошо

Район тормошо мәсетлеләрҙең мәҙәни һәм рухи ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелгән күп кеше ҡатнашлығындағы мәҙәни-күңел асыу сараларына бай.

Бөгөн районда 37 клуб учреждениеһы, 29 китапхана, Балалар сәнғәт мәктәбе, тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы, ҡумыҙ музейы эшләп килә. 18 коллективтың “халыҡ” һәм “өлгөлө” исемдәрен йөрөтөүе мәсетлеләрҙең юғары баш-ҡарыу оҫталығы тураһында һөйләй. Улар халыҡ-ара (“Ҡабырсаҡ” фольклор ансамбле 1996 йылда Венгрияла сығыш яһаны), Рәсәй һәм республика кимәлендәге конкурстар һәм фестивалдәр лауреаттары булып тора. “Әй ауазы” халыҡ-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсы, “Мәсетле оҫтаханаһы” төбәк-ара бәйгеһе ярҙамында Мәсетле төйәге илебеҙҙән ситтә лә танылыу алды.

Райондың ижади коллективтары Рәсәй һәм республика конкурстарында ҡатнаша. Быйыл сентябрҙә ирҙәр триоһы (Илнар Исмәғилев, Сәғҙи Рәисов, Рузиль Ҡотләхмәтов), Лиана Ҡотләхмәтова менән Илнар Исмәғилев дуэты, Башҡорт-остандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәсимә Әхмәтйәнова етәкселегендә сығыш яһаусы район хакимиәтенең “Аҡ тирәк” бейеү ансамбле башҡорт бейеүен баш- ҡарыусыларҙың “Байыҡ” республика телевизион конкурсының икенсе турында ҡатнашты һәм йомғаҡлау этабында сығыш яһау хоҡуғы алды.

“Сулпан” татар халыҡ театры, “Илһам” башҡорт халыҡ театры, “Миләшкәй” фольклор-этнография халыҡ ансамбле, “Елань” рус йыры халыҡ ансамбле ижади уңыштары менән һөйөндөрөп тора.

Мәсетлеләрҙең көнитмеше менән “Урал” телестудияһы һәм “Мәсетле тормошо” гәзите таныштырып тора.