Мәсетле тормошо
+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
9 Июль 2019, 13:09

Зәйнетдин мәсетлеләрҙе тыуған ауылында көтә!

Йәш һәм һәләтле музыкант, мультиинструменталист, бейеүсе, шоумен, өзләүсе Зәйнетдин ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә меңәрләгән тыңлаусыны әсир итеп өлгөрҙө.

Уның тәүге концерты уҙған йылдың мартында Өфөлә “Баш- ҡортостан” дәүләт концерт залында тулы зал менән үтте. Ике йыл эсендә ул этно-шоу менән ике йөҙҙән ашыу концерт бирҙе, Рәсәй буйлап концерттар ҡуйҙы, донъя-ның һигеҙ илендә булды.

14 июлдә ауылдаштарына ҙур бүләк яһарға йыйына – тыуған ауылы Һөләймәндә “Zainetdin Fest” хәйриә концерты ҡуясаҡ. Уның менән бергә ижадташ дуҫтары Рөстәм Ғиззәтуллин, Зилиә Бәхтиева, Миләүшә Хәйбуллина, Сәйет Сәйетғәлин һәм башҡалар сығыш яһаясаҡ.

– Барлыҡ мәсетлеләрҙе үҙебеҙгә ҡунаҡҡа саҡырам. Беҙ иң һәләтле егеттәр һәм ҡыҙҙар менән һеҙҙең өсөн онотолмаҫ шоу яһаясаҡбыҙ, – ти Зәйнетдин.

Концерт киске сәғәт 7-лә мәктәптең спорт майҙансығында үтәсәк. Инеү бушлай.