Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
20 Июнь 2019, 16:45

Белореттар – Теләштә!

Кисә Төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өзләүселәр конкурсында ҡатнашыусылар райондың ауыл биләмәләренә сыҡты.

Ростов ауыл биләмәһе халҡы Белорет районының Шығай ауылынан “Ауаз” ҡумыҙсылар ансамблен ҡаршыланы. Клуб хеҙмәткәрҙәре, ауылдың үҙешмәкәр коллективтары һәм уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән концертты ҡунаҡтар йылы ҡабул итте. Конкурс өсөн хәреф "һ".

Артабан, ҡунаҡ ашы – ҡара-ҡаршы, тип, “Ауаз” ансамбле сәхнәгә күтәрелде. Уларҙың сағыу костюмдарҙа милли рух бөркөлөп торған сығыштарын тамашасылар дәррәү алҡыштарға күмде. Ҡунаҡтар ҡумыҙҙа ғына түгел, ҡурайҙа ла маһир уйнауҙары, дәртле таҡмаҡтары һәм бейеүҙәре, сәхнәлә үҙҙәрен тотоштары менән һоҡландырҙы.

“Беҙ мәсетле яҡтарында икенсе тапҡыр. Тәүҙә 2017 йылда “Гөлнәзирә” фольклор ансамбле составында “Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙәниәт фестивале сиктәрендә үткән “Һомай” республика башҡорт кейемдәре конкурсында ҡатнашып, “Талир тәңкә” номинацияһында еңеү яулап ҡайтҡан инек. Ул саҡта беҙҙе Мәсетле районы тәбиғәте менән генә түгел, ә ҡунаҡсыл, йомарт, йөҙҙәренән изгелеп бөркөлөп торған халҡы менән дә таң ҡалдырҙы. Шуға күрә, ҡумыҙ конкурсына саҡырыу килгәс, аралар алыҫ булыуға ҡарамаҫтан, уйлап та тормайынса ризалыҡ бирҙек”, – ти ансамбль етәксеһе Гөлдәр Ҡолбирҙина.