Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Май 2019, 19:00

Уйнағыҙ, гармундар, халҡыбыҙ моңдарын…

Боронғо замандарҙа уҡ баш-ҡорттар һәм татарҙар, ғөмүмән, беҙҙең халыҡ, үҙенсәлекле моңо, гармунда оҫта уйнауы менән айырылып торған. Гармундың көйләнеше башҡорт, татар көйҙәрен уйнау өсөн бик яйлы.



Күптән түгел район мәҙәниәт һарайында танылған баянсы Зөлфирә Сәлимова етәкселегендә “Науруз” гармунсылар ансамбле ойошторолдо.

Беренсе тапҡыр 10 гармунсы һәм баянсы 2017 йылда Һабантуй сәхнәһендә сығыш яһаны. Бөгөн ансамблдә төрлө ауылдан 14 гармунсы шөғөлләнә. Улар: Оло Аҡанан Фәрит Ғибәҙуллин һәм Алмаз Фәйзрахманов, Ҡотоштан Мансур Фәтихов, Ләмәҙтамаҡтан Рафит Зиннуров һәм Фәрхинур Ғәлимуллина, Ҡорғаттан Рәис Юнысов, Миңлеғәли Кашапов, Марс Хәмиҙуллин, Әхмәт Хисбуллин, Оло Ыҡтамаҡтан Рәшит Ғибәҙуллин һәм Яңы Мөслимдән Сәлимйән Хәкимов. Уларҙың барыһы ла, нигеҙҙә, гармунда уйнарға үҙ аллы өйрәнгән төрлө һөнәр эйәләре. Араларында водителдәр, уҡытыусылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, етәкселәр һәм башҡалар бар.

Ансамбль йәш булыуына ҡарамаҫтан, конкурстарҙа һәм фестивалдәрҙә әүҙем ҡатнаша. Ул “Зөбәржәт” татар халыҡ фольклор төркөмө менән берлектә “Мин яратам һине, тормош!” республика өлкән йәштәге кешеләр ижады фестиваленең зональ турында сығыш яһаны.

– 26 кешенән торған халыҡ музыка ҡоралдары ансамбле ҡумыҙ, мандолина, баян, гармун, һыбыҙғы, барабанда уйнаны. Бик уңышлы номер килеп сыҡты. Улар тамашасыны ғына түгел, ә жюрины ла хайран ҡалдырҙы. Һөҙөмтәлә, конкурс еңеүселәре булып, октябрҙә Өфөлә үтәсәк Гала-концертҡа саҡырыу алды, – ти Зөлфирә Ғайса ҡыҙы.

Ошо көндәрҙә “Науруз” ансамбле Яңауыл ҡалаһында унынсы тапҡыр республика күләмендә уҙғарылған Фәтих Иҡсанов исемендәге “Моңға бай гармун байрамы”нда ҡатнашып дипломант булып ҡайтты.

Башҡортостандың 27 районынан һәм 6 ҡалаһынан, башҡа төбәктәр: Марий Эл, Татарстан, Удмурт республикаларынан, Ырымбур өлкәһе, Пермь крайынан ансамблдәр, солистар – барлығы 300-ләгән кеше халыҡ уйын ҡоралында уйнау оҫталығы буйынса көс һынашты.

– Был конкурста ҡатнашып, яңы дуҫтар таптыҡ, тәжрибә алдыҡ, төрлө гармундар, иҫ киткес костюмдар күреп һоҡландыҡ, гармунда уйнау мөмкинлектәренең сикһеҙ икәнлегенә инандыҡ. Бындай ҙур байрам-конкурстарҙа ҡатнашыу алдағы көндәргә ҙур бурыстар ҡуя, сағыштыраһың, тағы ла яҡшыраҡ уйнарға тырышаһың, алда еңеүҙәр булыр әле, тип ышанабыҙ. Тик гармунсыларҙың тырышлығы ғына аҙ: яңы гармундар, заман талабына ярашлы сәхнә костюмдары етмәй. Артистың тышҡы ҡиәфәте килешле, уйын ҡоралы төҙөк, яңғырашлы булғанда ғына тамашасы һөйөүен яулап була. Ә инде гармундың киләсәге бул-һын өсөн, йәштәрҙә, йәш үҫмер-ҙәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятырға, гармунда уйнау серҙәрен өйрәтеү өсөн музыка мәктәбендә дәрестәр индерергә кәрәк, – тип йомғаҡлай һүҙен ансамбль етәксеһе.